![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/4/4e/Azurite_from_China.jpg/640px-Azurite_from_China.jpg&w=640&q=50)
Азурит
From Wikipedia, the free encyclopedia
Азури́т (франц. azur — баҡыр дигидроксодикарбонаты (II)|Cu3(СО3)2(ОН)2]] баҡыр зәңгәре, карбонаттар классына кереүсе минерал, малахит төркөмөндә. Баҡыр миҡдары 55,3%-ҡа тиклем. Ҡуйы зәңгәр төҫтә, быяла һамаҡ ялтыр. Ҡатылығы 3,5-4, ыуалыусан. Тығыҙлыгы 3,7-3,9 г/см3. Азурит кислоталарҙа эрей (углекислый газ бүленеп сыға). Ваҡ кристалларҙан торған друзалар, тоташ бөртөклө массалар рәүешендә була.
Ҡыҫҡа факттар Азурит, Эре кристаллы Ҡытай азуриты ...
Ябырға
Башҡортостанда алтын-полиметалл һәм баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарының окисланыу зонаһында осрай. Ҡимәтле баҡыр мәғдәне. Зәңгәр буяу эшләү өсөн сеймал булып тора.