Азиз Камран
Кипр музыканты һәм фармацевты From Wikipedia, the free encyclopedia
Кипр музыканты һәм фармацевты From Wikipedia, the free encyclopedia
Камран Азиз (төр. Kamran Aziz; 1922, Никосия, Никосия[d] — 7 март 2017, Северная Никосия[d], Никосия, Төньяҡ Никосия) Кипр музыканты һәм фармацевты. Ул Кипр-төрөк йәмғиәтендә беренсе ҡатын-ҡыҙ-композитор һәм беренсе ҡатын-ҡыҙы-фармацевт була.[1][2] Ул төрөк-кипр халыҡ музыкаһына ҙур өлөш индерә һәм хәҙерге аңлауҙа был жанрға башланғыс һала. Шулай уҡ асыҡтан-асыҡ уйнаған һәм көнбайыш музыкаһын уҡытыу һәм уйнау пионерҙары булған тәүге ҡатын-ҡыҙ-музыканттарҙың береһе була.[3]
Азиз Камран | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Британский Кипр[d] Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәте |
Тыуған көнө | 1922 |
Тыуған урыны | Никосия, Никосия[d], Кипр Республикаһы |
Вафат булған көнө | 7 март 2017 |
Вафат булған урыны | Северная Никосия[d], Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәте |
Атаһы | Мехмет Азиз[d] |
Бер туғандары | Türkan Aziz[d] |
Һөнәр төрө | композитор, аптекарь |
Азиз Камран Викимилектә |
Азиз 1922 йылда тыуа. Ул — табип Мәхмәт Азиздың ҡыҙы, ул Кипрҙа малярияны юҡ итеүгә тос өлөш индергән шәхес тип таныла; уның өлкән апаһы, Турҡан Азиз, һуңынан утрауҙа беренсе баш шәфҡәт туташы була. Музыкаль белемгә Камран, 8 йәшендә фортепианола уйнарға өйрәнеп, эйә була[4][5][6]. Никосияла Америка академияһын[7] тамамлай.
Каран Азиз фармакология буйынса дәүләт белемен ала, уҡыуын 1944 йылда тамамлай һәм Айша Дана менән бергә беренсе төрөк-кипр ҡатын-ҡыҙ-фармацевты булып таныла[8].
Азиз үҙенең музыкаль трансляцияһын 1945 йылда Британия хәрби радиоһында башлай. Шул уҡ йылда ул классик әҫәрҙәрҙе төрөк теленә тәржемә итеүгә тотона, Төркиәлә бындай тәржемәләр барлыҡҡа килгәнгә тиклем Камран бик күп ошо йүнәлештә бик күп эш башҡарып өлгөрә. 1950 йылда ул «Камран Азиз һәм уның дуҫтары» тип аталған музыкаль ансамблгә нигеҙ һала. Был ансамбль радиола, ә һуңынан 1963 йылға тиклем Кипр телевидениеһында сығыш яһай. Улар популяр йырҙар, шулай уҡ Шуберт кеүек композиторҙарҙың операларынан арияларҙы, төрөк теленә тәржемә итеп, башҡара. Тәржемәләрҙе башлыса Азиз үҙе һәм уның коллегаһы Джале Дервиш тарафынан эшләнә. Ошондай мығыштар кипр-төрөк йәмғиәтенең музыкаль зауығын үҙгәртә һәм ансамблде популярлаштыра. Азиз һәм Дәрүиш шулай уҡ танго, вальстар һәм марштар ижад итә. Уның композицияларының күпселеге фольклорға ҡарамаһа ла, Азиз яҙған ҡайһы бер йырҙар Кипр халыҡ музыкаһы кеүек ҡабул ителә. Был йырҙар ҙур популярлыҡ яулай, һәм хәҙер киприот-төрөктәрҙең халыҡ музыкаһы ҡанунының бер өлөшө булараҡ тәҡдим ителә.
Уның киприот-төрөктәрҙең музыкаль традицияһындағы роле юғары баһаға лайыҡ була: Республика Ассамблеяһының мәҙәниәт буйынса комитеты уға махсус премия бирә[9].
Азиз 1947 йылда үҙенең дарыуханаһын аса. Бөтә карьераһы дауамында ул бергәләп музыка һәм үҙенең дарыуханаһында шөғөлләнә. 1959 йылда ул, башҡа 11 фармацевт менән бергә, төрөк-кипр фармацевттар союзына нигеҙ һала (Turkish Cypriot Union of Pharmacists). Ул Төньяҡ Кипрҙа тәүге дарыуханаға нигеҙ һалыуҙың уңышһыҙ ынтылышында йоғонтоло ролде уйнай. 1988 йылда ул ул ваҡытта үтә лә ҙур тип иҫәпләнгән Гючь келәтенә нигеҙ һала. Келәтте дәүләт предприятиеһы һәм айырым фармацевтар финанслай. Азиз 1997 йылға тиклем уның диреекторы була. Шул уҡ йылда Азиз үҙ дарыуханаһын аса. Уның дарыуханаһы нигеҙендә 2011 йылда урындағы фармокология музейы асыла[10].
2017 йылда Азиз үпкә өҙлөгөүҙәре менән дауаханаға оҙатыла һәм бер ай дауамында Төньяҡ Никосияла доктор Бурхан Налбантоглу дәүләт дауаханаһында дауалана. 2017 йылдың 7 мартында, 95 йәшендә, дауахананан сыҡандан һуң бер көн үткәс, вафат була.[7] Йыназа намаҙы Исмәғил Сафа мәсетендә уҡыла, һәм ул Никосияла ерләнә.[11] Президент Мостафа Аҡынджи һәм премьер-министр Хөсәйен Озгюргюн уның вафатына ҡарата ҡайғы уртаҡлашыуҙар баҫтырып сығара[12][13].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.