Азиаттар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Азиаттар — расаһына, диненә, ҡайһы милләттән булыуына, ниндәй телдә һөйләшеүенә ҡарамаҫтан, Азияның ерле халҡына һәм Евразия континетының Азия өлөшөндә тыуған кешеләргә бирелгән йыйылма атама. Азиаттар тигән термин төрлө илдә төрлө мәғәнәлә ҡулланылырға мөмкин. Яңы Донъяның ҡайһы бер илдәрендә (Бразилия[1], АҠШ[2]) азиат термины халыҡ иҫәбен алғанда Азиянан сыҡҡан кешеләрҙе билдәләү өсөн ҡулланыла. Австралияла халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтарын анализлау өсөн саҡ ҡына ҡатмарлыраҡ система файҙаланыла, уға ярашлы, Азия дүрт төбәккә бүленә — үҙәк һәм көньяҡ; көньяҡ-көнсығыш; төньяҡ-көнсығыш; һәм Яҡын Көнсығыш (Төньяҡ Африканы ла индереп)[3]. БДБ илдәрендә һәм Европала бындай осраҡтарҙа ғәҙәттә аныҡ милләт атала (ҡаҙаҡтар, ҡытайҙар, һиндтәр һ.б.). Йыш ҡына «азиаттар» термины «монголоидтар» терминына тиңләштерелә.