«Аво́ська өмөт бүләк итә» — авоськаларҙы полиэтилен пакеттарға альтернатива кеүек популярлаштырған һәм мөмкинселектәре сикләнгән кешеләрҙе эшкә урынлаштырған «НКО-сервис» яуалығы сикләнгән йәмғиәттең социаль-экологик проекты[1]. Проектың төп ойоштороусылары — «НКО-Сервис» предприятиеһы һәм Рәсәй зәғиф кешеләре берләшмәһе. Проектың девизы: «Бер авоська миллион пластик пакетты алмаштырасаҡ».
Тарихы
Евгений Рапопорт, проектың ойоштороусыһы, Billa супермаркеттарының «Һары пакет балаларға ярҙам итә» акцияһында актив ҡатнашҡандан һуң, авоськалар етештереүен башлап ебәрә. Акцияның маҡсаты — зыянлы полиэтилен пакеттарҙың таралыуын әҙәйтеү. Супермаркеттаҙа пакеттарҙы түләүле яһайҙар, ә бөтә табыш ауырыу балаларҙы дауалауға китә[2]. Бынан һуң Евгений Рапопортҡа авоськаларҙың масштаблы етештереүен башлау һәм быға зәғиф кешеләрҙе саҡырыу уйы килә. Уға Рәсәйҙең зәғиф кешеләре берләшмәһе ярҙам итә. Улар бергә «НКО-Сервис» предприятиеһын төҙөйҙәр.
Проект сиктәрендә һатыла торған авоськаның тәүге дизайнын Денис Симачёв уйлап таба. Андрей Шаров һәм Андрей Бартеньев авоськаларҙың серияһын уйлайҙар. Алёна Ахмадуллинанан булған дизайнер сумкаларын эшләү варианттары ҡарала ине, әммә проект был уйҙан баш тарта[2].
Бөтә авоськалар сей иленгән ептән үрелә.
2015 йылдың апрель айына ҡарата проектың тауарҙарын Мәскәү, Санкт-Петербург, Тольятти ҡалаларындағы магазиндарҙа һәм интернет-магазин аша һатып алып була.
Зәғиф кешеләрҙең эшкә урынлашыуы
Авоськаларҙы мөмкинсилектәре сикләнгән кешеләр етештерә. Евгений Рапопорт Советтар Союзында авоськаларҙы һуҡыр кешеләр үргәнен, ә дәүләт зәғиф кешеләрҙең эшкә урынлашыу мәсьәләһен хәл иткәнен белә. Эшҡыуар шул юл буйлап китә һәм инвалидтар өсөн эш урындар бирә[2]. Тәүге эшселәрҙе 1980-се йылдарҙа авоськалар үргән кешеләр араһында эҙләргә тура килә. Ойоштороусыларға эҙләү еңел бирелмәй[2]. Эшселәрҙең тәүгеләре рәтендә Сыуашстандағы һуҡырҙар өсөн уҡыу-етештереү предприятиеһының ағзалары була[3]. Эш менән булышҡан кешеләр һаны һәр ваҡыт үҙгәреп тора. При максимальной загрузке работают около 60 человек. Һуҡыр кешеләр үрәләр, ә күн әйберҙәрен (авоська, сумка һәм көп өсөн тотҡа) — терәү-хәрәкәт системаһы боҙолған һә һаңғырау кешеләр. Эш өйҙә башҡарыла. Бер ай эсендә бер кеше 200 авоська үрә ала.
Алынған аҡсаларҙың бер өлөшөн Рәсәйҙең зәғиф кешеләре берләшмәһенең һәм «Перспектива» йәмәғәт ойошмаһының күреү буйынса инвалидтары өсөн белем биреү программаларына китә, тағы ла бер өлөшө зәғиф балалар өсөн «Еңеп сығыу таланты» региональ олимпиадалар үткәреүгә бара[4], а также на проведение межрегиональных олимпиад для детей-инвалидов «Талант преодоления»[3].
Проектың ойоштороусыһы йылына 10 миллион авоська һатыуына сығырға планлаштыра. Ошондай һатыу күләмендә 6 мең һуҡыр кеше эшкә урынлашасаҡ, һәм тағы ла 500 зәғиф кеше өҫтәмә эшкә керә аласаҡ[2].
Акцияла ҡатнашыусылар
Тышҡы рәсемдәр | |
---|---|
«Динамо» өсөн авоська | |
Проектҡа шоу-бизнес вәкилдәре ярҙам күрһәтә. Улар араһында: Ксения Раппопорт, Анна Михалкова, Вячеслав Полунин, Татьяна Лазарева һәм Алексей Герман.
Дизайнлы авоськалар партияһына Мәскәүҙәге «Динамо» футбол клубы заказ бирә. Бөтәһе 80 предприятие (улар арһында Psychologies, British Petroleum, «Билайн», «Л’Этуаль») корпоратив бүләк кеүек автор авоськаларына заказ бирә[2].
Баһаламалар
«Коммерсантъ» гәзите полиэтилен пакеттар мәсьәләһенә ҡарап, акция миҫалында: «Рәсәй донъяны пластик пакеттарҙан һаҡлай алыр ине», — тип яҙа[5].
Тәү сиратта был акция кешеләргә һуҡырҙарҙың эшләй алыу тураһында йүнәлтелгән. Уларға заказдар ғына бирергә, улар яҡшы эшләйҙәр.— хоҡуҡ һаҡлаусы Ирина Ясина[6]
Тверская урамында сираттағы магазинды асҡанда йорт йәшәүселәре ҡарш сыға. Кешеләр авоська һатыу магазинын асыуына ҡаршы булалар[7].
Иҫкәрмәләр
Һыштанмалар
Wikiwand in your browser!
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.