Һуғыш йылдарындағы хеҙмәт алдынғыларына бирелгән СССР наградаһы From Wikipedia, the free encyclopedia
«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 6 июнендәге Указына ярашлы булдырыла. Миҙал һүрәте авторҙары — рәссамдар И. К. Андрианов һәм Е. М. Романов.
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы | |
Нигеҙләү датаһы | 6 июнь 1945 |
---|---|
Дәүләт | СССР |
Юғарыраҡ дәрәжә | "Праганы азат иткән өсөн" миҙалы |
Түбәнерәк дәрәжә | «Хеҙмәт ветераны» миҙалы |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | Баҡыр |
Һүрәтләнгән объект | Сталин Иосиф Виссарионович |
Һаны | 16 096 750 |
Лауреаттар категорияһы | Категория:«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар |
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы Викимилектә |
«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы менән
СССР Юғары Советы Президидиумы Секретиариаты 1945 йылдың 21 авгусында раҫлаған Миҙалды тапшырыу тәртибе тураһындағы положениеға ярашлы, миҙал менән 1941 йылдың июненән 1945 йылдың майына тиклем бер йылдан да кәм булмаған осорҙа предприятиела, учреждениела, совхозда, МТС-та эшләгән кешеләр бүләкләнә.
«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы үрҙә күрһәтелгән 6 айҙан кәм булмаған осорҙа эшләгән шарты менән производствоға әйләнеп ҡайтҡан Ватан һуғышы инвалидтары, һөнәрселек училищеларын һәм мәктәптәрен тамамлаған, инвалидлыҡ буйынса эшенән азат ителгән, ғаилә хәле буйынса эшенән азат ителгән ҡатын-ҡыҙҙар бүләкләнә.
Миҙал Бөйөк Ватан һуғышы осоронда производствоға әйләнеп ҡайтҡан ҡарт эшселәргә, хатта алты айҙан кәмерәк ваҡыт эшләүгә ҡарамаҫтан, тапшырыла.
Колхозсыларға миҙал колхозда билдәләнгән хеҙмәт көндәре артығы менән үтәлгән һәм колхоз хеҙмәт тәртибен һаҡлаған шарты менән тапшырыла.
«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм «Праганы азат иткән өсөн» миҙалынан һуң урынлаштырыла.
1987 йылдың 1 ғинуарына ҡарата «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы менән яҡынса 16 100 000 кеше бүләкләнгән[1].
«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы баҡырҙан яһала, 32 миллиметр диаметрлы дөрөҫ түңәрәк формаһынан ғибәрәт.
Миҙалдың алғы яғында — маршал формаһында И.В. Сталиндың түшкә тиклемге һүрәте. Миҙал әйләнәһенә өҫкө өлөшөндә — «НАШЕ ДЕЛО ПРАВОЕ», аҫҡы өлөшөндә түңәрәк буйлап «МЫ ПОБЕДИЛИ» яҙыуҙары бар.
Миҙалдың кире яғында түңәрәк буйлап — «ЗА ДОБЛЕСТНЫЙ ТРУД», ә уртаһында — «В ВЕЛИКОЙ ОТЕЧЕСТВЕННОЙ ВОЙНЕ 1941—1945 ГГ.» яҙыуҙары, өҫкө өлөшөндә — ураҡ һәм сүкеш, аҫҡы өлөшөндә — биш осло йондоҙсоҡ.
Миҙалдағы бөтә яҙыуҙар һҙәм һүрәттәр ҡабарынҡы итеп эшләнгән.
Миҙал биш мөйөшлө ҡалыпҡа элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында тоташтырыла,ҡалып 24 мм киңлегендәге ҡыҙыл ебәк таҫма менән ҡапланған. Таҫма уртаһынан 7 миллиметрлыҡ йәшел төҫтәге буй үтә. Таҫма ситтәре тар ғына һары төҫтәге буйҙар менән ҡаймаланған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.