«Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены
СССР һәм Рәсәй ордены / From Wikipedia, the free encyclopedia
«Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены — СССР дәүләт наградаһы, 1992—1994 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы. Статуты һәм тасуирламаһы СССР Юғары Советы Президиумы 1988 йылдың 28 декабрендәге Указына ярашлы раҫлана. Награда проекты авторы — рәссам А. Б. Жук.
«Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены | |
Нигеҙләү датаһы | 28 декабрь 1988 |
---|---|
Дәүләт |
СССР Рәсәй |
Юғарыраҡ дәрәжә | «Почёт Билдәһе» ордены |
Түбәнерәк дәрәжә | I дәрәжә Дан ордены[d] |
Барлыҡҡа килеү урыны | Мәскәү |
Һаны | 600 |
Лауреаттар категорияһы | Категория:«Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены кавалерҙары |
«Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены Викимилектә |
«Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены — СССР-ҙа булдырылған ордендар араһында иң һуңғыһы була. Ул кешеләрҙе ҡотҡарған саҡта, йәмәғәт тәртибен һәм социалистик милеген һаҡлауҙа, енәйәтселек, тәбиғәт һәләкәттәре менән көрәштә һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән өсөн тәғәйенләнә[⇨]. 1991 йылдың аҙағына 529 СССР гражданы һәм 100-ҙән ашыу сит ил граждандары бүләкләнә.
ССР Юғары Советы Президиумы 1992 йылдың 2 мартындағы 2424-се һанлы Указына ярашлы Рәсәй наградлау системаһында һаҡланып ҡала, әммә ғәмәлдә 1994 йыл Батырлыҡ ордены менән алыштырыла[⇨].