«МИФИ» милли тикшеренеү ядро университеты
Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты / From Wikipedia, the free encyclopedia
«МИФИ» милли тикшеренеү ядро университеты (Мәскәү инженер-физик институты) — Рәсәйҙең тәүге ике милли тикшеренеү университетының береһе (МИСиС менән бер рәттән), 2009 йылдың 8 апрелендә Мәскәү инженер-физика институты базаһында ойошторолған[4].
«МИФИ» милли тикшеренеү ядро университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 22 ноябрь 1942 |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | НИЯУ МИФИ, ММИБ, ММИ, МИФИ, МГИФИ һәм МИФИ |
Дәүләт |
![]() ![]() |
Административ-территориаль берәмек | Мәскәү |
Урын | Мәскәү |
Ойошма ағзаһы | Рәсәйҙең һәм Ҡытайҙың техник университеттары Ассоциацияһы[d] |
Уҡыусылар һаны | 7200 |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][2] |
Бойһонған ойошма (филиал) | Северский технологический институт[d][2], Новоуральский технологический институт[d][2], «МИФИ» Милли тикшеренеү ядро университетының Обнинск атом энергетикаһы институты[d][2] һәм Снежинск дәүләт физика-техник академияһы[d][2] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Мәскәү, Рәсәй |
Ҡулланылған тел | урыҫ теле |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Диапазон IPv4 | 85.143.112.0/22[3] |
Рәсми сайт | mephi.ru |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 2194 |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели МИФИ[d] |
![]() |
Тарихын 1942 йылдың 22 ноябрендә нигеҙ һалынған Мәскәү механика боеприпастар институтынан ала. Дәрестәр 1943 йылдың 1 ғинуарында башлана. Институттың тәүге маҡсаты - Советтар Союзының хәрби һәм атом программалары өсөн белгестәр әҙерләү. 1945 йылда - Мәскәү механика институтына, ә 1953 йылда Мәскәү инженер-физика институтына үҙгәртелә. 1993 йылдан - Мәскәү дәүләт инженер-физика институты (техник университеты). 2003 йылдан - Мәскәү инженер-физика институты (дәүләт университеты). 2009 йылда университет милли тикшеренеү университеты статусына федераль конкурс еңеүселәренең береһе була һәм "МИФИ" милли тикшеренеү ядро университеты тип үҙгәртелә
Университет биләмәһендә яңы типтағы (англ) ғилми-тикшеренеү Реакторы урынлашҡан. Университет «Росатом» атом энергияһы буйынса дәүләт корпорацияһы һәм атом энергияһы буйынса Халыҡ-ара агентлыҡ менән тығыҙ бәйләнештә. Ғилми-тикшеренеү институты фән донъяһында төрлө саралар үткәреү майҙансығы булып тора. Йыл һайын юғары уҡыу йортонда МИФИ-ның ғилми сессияһы уҙғарыла. .
Биш-100 Проектта ҡатнашыусы (донъяның алдынғы ғилми-белем биреү үҙәктәре араһында Рәсәйҙең алдынғы университеттарының конкурентлыҡҡа һәләтен күтәреү проекты)[5].
Тулы исеме — юғары белемдең федераль дәүләт автономиялы белем биреү учреждениеһы «МИФИ» милли тикшеренеү ядро универстеты