Комета
һуҙылған конус киҫеме орбитаһы буйлап Ҡояш тирәләй хәрәкәт итеүсе ҙур булмаған күк есеме / From Wikipedia, the free encyclopedia
Коме́та (бор. грекса κομήτης komḗtēs — сәсле, ялбыр) — һуҙылған конус киҫеме орбитаһы буйлап Ҡояш тирәләй хәрәкәт итеүсе ҙур булмаған күк есеме.
Ҡояшҡа яҡынлашҡанда, ул өйөр ҡиәфәтенә керә һәм ҡайһы саҡта ҡойроғо барлыҡҡа килә. 2018 йылдың уртаһына Ҡояш системаһының эске өлкәһенә йәки планеталар өлкәһенә төшкән 6339 комета табылған.