Биология
йәнле тәбиғәт тураһында фән. / From Wikipedia, the free encyclopedia
Биология (грек телендә Βìο — йәшәү һәм Λoγος — өйрәнеү) — Биология тере организмдарҙы һүрәтләү һәм классификациялау, организм төрҙәренең барлыҡҡа килеүен, уларҙың үҙ-ара һәм тирә-яҡ мөхит менән мөнәсәбәтен өйрәнә.
Биология | |
Өйрәнеү объекты | Тормош һәм организм |
---|---|
Һештег | biology |
Вики-проект | Проект:Биология[d] |
Stack Exchange сайты | biology.stackexchange.com |
Өлөшләтә тура килә | Палеонтология |
Биология Викимилектә |
Хәҙерге ваҡҡытта бөтә тере организмдарҙы дүрт батшалыҡҡа берләштергәндәр: хайуандар, үҫемлектәр, бактериялар, бәшмәктәр.
Биологияға кергән ботаника, зоология, медицина һымаҡ фәндәр — боронғо фәндәр. Шуға ҡарамаҫтан, биология айырым фән булараҡ 19-сы быуатта, фән эшмәкәрҙәре бөтә тере организмдар өсөн дөйөм булған ҡайһы бер үҙенсәлектәрҙе асҡас, үҫешә башлай.
Бөгөнгө көндә биология — алдынғы фәндәрҙең береһе. Биология һәм медицина журналдарында йыл һайын миллиондан ашыу мәҡәләләр баҫыла, шулай уҡ мәктәптәрҙә биология стандарт уҡыу предметы булып тора.