Әрмән әҙәбиәте
From Wikipedia, the free encyclopedia
Әрмән әҙәбиәте — әрмән телендә яҙылған нәфис әҙәбиәт йыйылмаһы; донъя әҙәбиәтенең иң боронғоларының береһе[1][2][Комм 1]. Әрмән әҙәбиәте, 406 йылдар тирәһендә әрмән алфавиты булдырылғас, V быуат урталарында барлыҡҡа килгән. V быуат әрмән әҙәбиәте тарихында «алтын быуат» тип һанала. Шулай уҡ X—XIV быуаттар ҙа әрмән әҙәбиәтенең яңырыу дәүере тип атала. XI быуаттан башлап, әҙәбиәт, классик әрмән телендә яҙылыу менән бер рәттән, урта әрмән әҙәби телендә лә үҫешә. Урта быуат әрмән әҙәбиәте тарихи, дини, шиғриәткә, прозаға һәм юридик әҙәбиәткә бүленгән.
- Мәҡәләлә V—XVIII быуаттарҙағы әрмән яҙмаһының нәфис һәм тарихнамә (ҡайһылары фәлсәфәле һәм дини) йөкмәткеле оригиналь әҫәрҙәре сағылыш тапҡан.
- Мәҡәләлә әҫәрҙәре һаҡланмаған авторҙарҙың исемдәре сағылдырылмаған (ҡайһы бер урта быуат авторҙары).
- Мәҡәләлә шулай уҡ V-IX быуаттарҙа ижад ителгән, эстәлеге тулыһынса сиркәү-дини әһәмиәтле яҙма һәйкәл өлгөләре тураһында яҙылмаған[3].
Тулыраҡ Әрмәнстан мәҙәниәте ...
Әрмәнстан мәҙәниәте |
---|
Әҙәбиәт |
Архитектура |
Музыка |
Театр |
Бейеү |
Кейем |
Балаҫ һуғыу |
Миниатюра |
Һынлы сәнғәт |
Мифология |
Китап баҫыу |
Мәғариф |
Кино |
Календарь |
Иҫәп системаһы |
Хоҡуҡ |
Кулинария |
Ябырға