Әрмән батшалығы
885 йылдан алып 1045 йылға саҡлы йәшәгән әрмән феодаль дәүләте - Багратидтар Әрмәнстаны / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ани батшалығы (йәки Багратид Әрмәнстаны, Багратид Әрмән батшалығы) — 885 йылдан алып 1045 йылға саҡлы йәшәгән әрмән феодаль дәүләте. Багратидтар дәүләттең рәсми атамаһына әйләнгән «Бөйөк Әрмәнстан» тигән сәйәси терминды ҡулланышҡа кире ҡайтарыуға ирешә [1]..
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Донъя ҡитғаһы ...
Әрмән батшалығы | |
Флаг | |
Нигеҙләү датаһы | 884 |
---|---|
Донъя ҡитғаһы | Азия |
Дәүләт | Әрмәнстан |
Административ үҙәк | Ширакаван[d], Багаран[d], Карс[d] һәм Ани[d] |
Идара итеү формаһы | Абсолют монархия |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | Марзпанство Армения[d] һәм Грузия батшалығы |
Ҡулланылған тел | Әрмән теле |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1045 |
Рәсми дине | Христианлыҡ һәм Әрмән апостол сиркәүе[d] |
Әрмән батшалығы Викимилектә |
Ябырға
Әрмәнстанды ғәрәптәр баҫып алғанлыҡтан, һикһән йылға саҡлы эске автономияны һаҡлап килгән Багратуни ырыуы хакимлығы аҫтында булғандан һуң,[2] Багратидтарҙың Әрмән батшалығына Ашот I нигеҙ һала.
Дөйөм алғанда, әрмән дәүләтенең тергеҙелеүе әрмән тарихында яңы алтын быуат башланыуы тип билдәләнә.[3]. Гагик I хакимлыҡ иткән дәүерҙә X—XI быуат сигендә Ани батшалығы үҙенең иң юғары үҫешенә өлгәшә. 1045 йылда Византия илдең баш ҡалаһы, Аниҙы, баҫып алғандан һуң, батшалыҡ йәшәүҙән туҡтай.