Әзербайжан келәме
Әзербайжандың борондан килгән ҡулланма сәнғәте төрө / From Wikipedia, the free encyclopedia
Әзербайжан келәме — өбөрөһөҙ һәм өбөрөлө келәмдәрҙең төрлө төрҙәрен белдереүсе термин. Әзербайжан келәменең баҡы, гәнжә, ҡаҙаҡ, ширван, шәмәхә, ҡарабах, губа, әрдәбил[2] һәм тәбриз төрҙәре бар[3][4].
«Ираника» энциклопедияһы билдәләүенсә, XIX быуатта Кавказда келәм һуғыу башлыса Көнсығыш Кавказ аръяғында таралған булған, был төбәк әзербайжандарҙың ватаны булараҡ билдәле[5].
Боронғо әзербайжан келәмдәре Аҡ Йортта, АҠШ Дәүләт департаментында һәм донъяның күп музейҙарында, шул иҫәптән Баҡылағы Әзербайжан келәме һәм халыҡ ҡулланма сәнғәте дәүләт музейында, Нью-Йорктағы Метрополитен музейында, Бостон Нәфис сәнғәт музейында, Филадельфия Сәнғәт музейында, Париж Луврында, Лондон Виктория һәм Альберт музейында, Эрмитажда, Ватиканда һәм башҡа урындарҙа һаҡлана[6].
2006 йылда ЮНЕСКО-ның Мәскәү бюроһы булышлығында «Әзербайжан келәмдәре» тигән диск сығарыла, уға 215 һүрәт, 15 видеоклип һәм әзербайжан келәмдәре тураһында бер нисә мәҡәлә ингән[7]. 2010 йылдың ноябрендә Әзербайжанда традицион әзербайжан келәмдәре һуғыу сәнғәте ЮНЕСКО-ның кешелектең матди булмаған мираҫы исемлегенә индерелә[8].