Һиндостан тарихы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Һиндостан тарихы иң ҙур үҫеше б. э. т. III мең йыллыҡҡа[1] тура килгән Һинд йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан Хараппа цивилизацияһы барлыҡҡа килгән дәүерҙән башлана. Һинд цивилизацияһынан һуң алмашҡа б. э. т. V быуатҡа саҡлы дауам иткән Веда осоро килгән. Веда цивилизацияһы индуизм һәм иртә һинд йәмғиәтенең башҡа мәҙәни аспекттары нигеҙе булып тора
Һиндостан тарихы | |
Ҡайҙа өйрәнелә | индология[d] |
---|---|
Викимедиа ҡалыбы | Ҡалып:История Индии |
Һиндостан тарихы Викимилектә |
Б. э. т. VI быуаттан башлап Һиндостан территорияһында бик күп Махаджанапад — бойондороҡһоҙ кенәзлек һәм республикалар барлыҡҡа килгән. Б.э.т. III быуатта Көньяҡ Азияның күпселек өлөшө Чандрагупта Маурья хакимлыҡ иткән Маурьялар империяһына берләшкән. Будда батшаһы Ашока[2] идара иткән осорҙа империя сәскә атҡан. Б. э. т. II быуат башында Һиндостандың Үҙәк Азия тарафтарынан һөжүм артынан һөжүмгә дусар ителеүе һөҙөмтәһе булып, Һиндостан субконтиненты территорияһында Һинд-грек, Һинд-скиф һәм Һинд-парфян батшалыҡтары, шулай уҡ Ҡушан империяһы барлыҡҡа килә. III быуатта Һиндостандың «алтын быуаты»[3] тип йөрөтөлгән Гупттар династияһының хакимлыҡ осоро башлана.
Көньяҡ Һиндостанда төрлө дәүерҙә бер нисә династияға, шул иҫәптән Чалукья, Чера, Чола, Кадамба, Паллава һәм Пандья династияларына өҫтөнлөк бирелгән була. Ошо Һиндостан хакимдары ҡурсалауы арҡаһында фән, сәнғәт,әҙәбиәт, астрономия һәм фәлсәфә сәскә атҡан.
X быуаттан XII быуатҡа саҡлы Үҙәк Азиянан ислам баҫып ингәндән һуң осоро Төньяҡ Һиндостан Дели солтанлығы контроле аҫтына күсә. Һуңыраҡ субконтиненттың күп өлөшө Бөйөк Моголдар империяһы составына инә. Шуға ҡарамаҫтан, бер нисә ерле короллек, шулай уҡ Виджаянагар империяһы ярымутрауҙың көньяғында, Моголдар ҡулы етмәҫлек ерҙә, йәшәүен дауам итә. XVIII быуатта Моголдар империяһы тарҡала, һәм уның урынына Маратх империяһы төбәктә өҫтөнлөклө урынды биләй.
XVI быуаттан башлап, Һиндостан менән сауҙа бәйләнештәрен үҫтереү теләге булған, бер нисә Европа иле, шул иҫәптән Португалия, Нидерланд, Франция һәм Бөйөк Британия, Һиндостан ярымутрауының тарҡау короллектәре власын тартып ала һәм Һиндостан биләмәләрендә колония урынлаштырыу өсөн көрәш башлана. Инглиздәр башҡа колонизаторҙарҙан уңышлыраҡ булып сыға һәм 1856 йылда Һиндостандың күпселек өлөшөн Британ Ост-һинд компанияһы[4].үҙ контроле аҫтына ала. Бер йыл үтеүгә хәрби Бойондороҡһоҙлоҡ өсөн Беренсе һуғыш йәки Сипайҙар ихтилалы тип аталған һинд хәрби подразделениелары һәм батшалыҡтары ихтилалы башлана. Британия компанияһы контроленә ҡаршы сыға улар, әммә ахырҙа баҫтырыла. Һөҙөмтәлә Британия Ост-һинд компанияһы бөтөрөлә һәм Һиндостан Британия Империяһының колонияһы булараҡ туранан-тура Британия тажы аҫтына күсә. Һинд колонияларын талау инглиз капиталын туплау һәм Англия сәнәғәте революцияһының мөһим факторы булып тора[5].
XX быуаттың тәүге яртыһында Һиндостан милли конгресы һәм башҡа сәйәси ойошмалар нигеҙ һинд милли-азатлыҡ хәрәкәтенә нигеҙ һала. 1920 һәм 1930 йылдарҙа, миллион һиндлы ахимса, йәки көс ҡулланмау[6] принцибына нигеҙләнеп, Махатма Ганди башлаған күп халыҡтың граждандар буйһонмауы кампанияһына ҡушыла. Ахырҙа, 1947 йылдың 15 авгусында Һиндостан Британия хакимлығынан тулыһынса бойондороҡһоҙлоҡ ала, ләкин шул уҡ ваҡытта Һиндостан дин билдәләре буйынса ике доминион — Һиндостан һәм Пакистанға[7].бүленә. Территорияларҙы айырыу размежевание һинд-мосолман дошманлыҡ һәм ҡанлы бәрелеш шарттарында үткән. 1950 йылдың 26 ғинуарында илде парламент республикаһы тип иғлан иткән Һиндостан Конституцияһы ҡабул ителә. Әммә шул уҡ ваҡытта Һиндостан Британ милләттәр берләшмәһендә[8][./История_Индии#cite_note-CIA-9 [9]] ҡала.
Бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң, күп милләтле һәм күп динле дәүләт булғанлыҡтан, Һиндостандың төрлө урындарында дин һәм ижтимағи нигеҙҙә ыҙғыш-талаш һәм ҡаршылыҡтар кисерә. Шуға ҡарамаҫтан, премьер-министр Индира Ганди, ғәҙәттән тыш хәл иғлан итеп, граждандарҙың хоҡуғын сикләгән 1975 — 1977 йылдарҙы индермәгәндә, Һиндостан, либераль демократик донъяуи дәүләт булараҡ, үҙенең статусын яҡларға һәләтле булып сыға.
Һиндостандың милли хәүефһеҙлегенә янаусы төп ҡурҡыныс көс — терроризм, бигерәк тә Джамму һәм Кашмирҙа, Төньяҡ-Көнсығыш Һиндостанда, XXI быуат башына — Дели һәм Мумбаи кеүек ҙур ҡалаларҙа. Был күренештең иң сағыу миҫалы булып, Делиҙа 2001 йылдағы террорсыларҙың Һиндостан парламентына һөжүме тора.
XX быуаттың икенсе яртыһында күрше дәүләттәр менән илдең сиктәренә ҡағылышлы проблемалар даими рәүештә барлыҡҡа килә. Ҡытай менән бәхәс әлегә саҡлы сиселмәгән, 1962 йылда ул хатта ҡыҫҡа дауамлы һуғыш тоҡаныуға сәбәп була. Пакистан менән Һиндостан өс тапҡыр: 1947, 1965, 1971 йылдарҙа һуғыша. Һиндостандың Пакистан менән һуңғы конфликты (Каргиль һуғышы) Кашмир штатында 1999 йылда була.
1974 йылда Һиндостан ядро ҡоралына тәүге ер аҫты һынауҙарын үткәрә, шуның менән "ядро клубы"ның яңы ағзаһы булып китә[9]. 1998 йылда Һиндостан, биш сериялы шартлау ойоштороп, яңы һынауҙарын дауам итә. Реформа башлай.1991 йылда башланған реформалар Һиндостандың иҡтисадын донъя йөҙөндәге илдәр араһында иң шәп үҫешкән[10] тип танытты. 1996 йылда реформаларҙы дауам итеүсе Атал Биһари Ваджпаи хөкүмәте власҡа килә. 2004 йылдың яҙында уҙған парламент һайлауҙарынан һуң, башында Соня Ганди торған Һиндостан милли конгресы фирҡәһе еңеү яулай. 2004 йылдың 22 майында премьер-министр вазифаһын билдәле иҡтисадсы Манмохан Сингх биләй, 2014 йылда уға алмашҡа Нарендра Моди килә.