Ҡом сәғәте
ваҡыт арауығын иҫәпләү өсөн иң ябай ҡоролма, тар ғына үткәүел менән тоташтырылған ике үтә күренмәле һауыттан тора. / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡом сәғәттәре — ваҡыт арауығын иҫәпләү өсөн иң ябай ҡоролма, тар ғына үткәүел менән тоташтырылған ике үтә күренмәле һауыттан тора. Уларҙың береһе өлөшләтә ҡом менән тултырыла. Ҡом өҫтәге һауыттан үткәүел аша аҫтағы икенсе һауытҡа, бер нисә секундтан алып бер нисә сәғәткә тиклем ваҡыт эсендә «ағып» төшә.