Ҡатнаш көрәш сәнғәте
Ҡатнаш яугирлек көрәше сәнғәте / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡатнаш көрәш сәнғәте (шулай уҡ MMA — ингл. mixed martial arts) — яугирлыҡ сәнғәте (йыш ҡына «ҡағиҙәһеҙ һуғыш» тигән дөрөҫ булмаған исем менән дә атайҙар), бергә-бер алышҡа сығыуҙың күп һандағы техник алымдары, мәктәптәре һәм йүнәлештәренән ғибәрәт. ММА — һуғыу техникаһын ҡулланып, тулыһынса контактлы алыш һәм баҫҡан (клинч) килеш тә, шулай уҡ, иҙәндә лә (партерҙа) көрәшеү. «Mixed Martial Arts» терминын 1995 йылда MMA[1] -ның тәүге ойошмаларының береһе Вattlecade-ның президенты Рик Блюм тәҡдим итә, артабан был термин яңы инглиз илдәрендә дә тотороҡло ҡулланылыш таба.
Ҡатнаш көрәш сәнғәте | |
ингл. Mixed martial arts | |
Ҡыҫҡаса атамаһы | MMA, AMM, AMM, AMM, AMM һәм MBV |
---|---|
Спорт төрө | ҡатнаш көрәш сәнғәте |
Ҡатнаш көрәш сәнғәте Викимилектә |
ММА тамырҙары беҙҙең эраға тиклемге осорға барып тоташа: боронғо гректар беренсе Олимпия уйындарында панкратионда ярыша, әммә 1990-сы йылдарға тиклем ММА донъяла киң популярлығы менән маҡтана алмай. «Ultimate Fighting Championship» (ингл. — «Абсолют алышсылар чемпионаты»), «Pride Fighting Championships» (ингл. «Прайд» алышсылар чемпионаты ) кеүек һ. б. ойошмалар барлыҡҡа килеп үҫешкәс кенә ММА-ның популярлығы ҡырҡа күтәрелә, быға профессиональ бокстағы тамашаға кешенең аҙ йөрөүе лә булышлыҡ итә. Тәүге ярыштарҙа ҡағиҙәләрҙең бик аҙ булыуына, был спортты «ҡанлы үлтереш» тип тәнҡитләүҙәренә ҡарамаҫтан, промоутерҙар спортсыларҙың хәүефһеҙлеген арттырыу һәм яңы тамашасыларҙы йәлеп итеү өсөн өҫтәмә сикләүҙәр индерә[2]. Ошо тырышлыҡ арҡаһында, хәҙерге ММА — иң тиҙ үҫешкән заманса спорт төрҙәренең береһе[3], алыштарҙың түләүле трансляцияларын һатыу күрһәткестәре, киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу, шөғөлләнеүсәләрҙең артыуы һәм ММА менән бәйле тауарҙарҙы һатыуҙың артыуы ла быны раҫлай.