Ғәрәп яҙы
2011 йыл башында ғәрәп илдәрендә булған ихтилалдар һәм сыуалыштар / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғәрәп яҙы (ғәр.الربيع العربي) — ғәрәп донъяһында 2011 йыл башында булып үткән ихтилалдар һәм сыуалыштар тулҡыны. Тәүге билдәләре 2010 йылда уҡ күренә[2]. Түңкәрелештәр — Туниста[3], Мысырҙа[4] һәм Йемендә[5]; граждандар һуғышы — Ливияла[6] (режим ҡолай) һәм Сүриәлә[7] (дауам итә); граждандар ихтилалы — Бахрейнда[8]; күмәк кеше ҡатнашлығындағы болалар — Алжирҙа[9], Ираҡта[10], Иорданияла[11], Мароккола[12] һәм Оманда[13]; ваҡ-төйәк болалар Күвейттә[14], Ливанда[15], Мавританияла, Сәғүд Ғәрәбстанында[16], Суданда[17], Джибутиҙа[18] һәм Көнбайыш Сахарала[19] була. 2011 йылдың майында Израиль сигендәге бәрелештәрҙе лә Ғәрәп яҙы рухландыра[20].
Ғәрәп яҙы | |
| |
Урыны |
ғәрәп донъяһы (см. список стран) |
---|---|
Дата |
2010 йылдың 18 декабренән |
Сәбәптәре |
структура-демографик факторҙар,[1] авторитар режимдар, фәҡирлек, коррупция, кеше хоҡуҡтарын боҙоу, инфляция, клептократия, эшһеҙлек |
Төп маҡсаты |
иҡтисади һәм сәйәси үҙгәрештәрҙән алып власты тулыһынса алмаштырыуға тиклем |
Ҡаршы тороусылар |
Яҡын Көнсығыш һәм Төньяҡ Африка илдәренең хөкүмәттәре |
Һәләк булыусылар |
400 000-дән 650 000-гәсә (халыҡ-ара баһа) |
Ғәрәп яҙы Викимилектә | |
Сыуалыштар ваҡытында ризаһыҙлыҡ күрһәтеүҙең дөйөм ысулдары файҙаланыла: забастовкалар, демонстрациялар, митингылар; уларҙы ойоштороу, аралашыу һәм мәғлүмәт таратыу өсөн социаль медиа ҡулланыла[21]. Демонстрацияларҙың күбеһенә ҡарата властар көс ҡуллана[22][23][24], шулай уҡ хөкүмәт яҡлы ополчениены һәм контр-демонстранттарҙы ҡаршы ҡуя[25][26][27]. Демонстранттар «Халыҡ режимдың ҡолауын теләй»[28] (ғәр. الشعب يريد إسقاط النظام)[29] тигән төп лозунг аҫтында эш итә.