Ян Вермеер
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ян Вермеер (Вермеер Делфтский, нидерл. Jan Vermeer van Delft йәки Johannes Vermeer van Delft [ˈjɑn vərˈmeːr]? МФА; 1632—1675) — нидерланд рәссамы, көнкүреш рәсем сәнғәте һәм жанр портреты оҫтаһы. Терборхҡа эйәреүселәр араһында иң һәләтлеләрҙең (де Хох менән бер рәттән) береһе. Рембрандт, Хальс һәм Вермеер ижады Голландия алтын быуат сәнғәтенең иң юғары нөктәһе тип һанала.
Ян Вермеер | |
нидерл. Jan Vermeer van Delft | |
«Сводня» картинаһындағы ир-егет — 24 йәшлек рәссам портреты тип фаразлана | |
Исеме: |
Jan Vermeer |
---|---|
Тыуған: |
31 октябрь 1632({{padleft:1632|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) |
Тыуған урыны: |
Делфт |
Үлгән: |
15 декабрь 1675({{padleft:1675|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (43 йәш) |
Үлгән урыны: |
Делфт |
Подданныйлығы: | |
Жанр: |
Һынлы сәнғәт |
Имза: | |
Работы |
Урыҫ сәнғәт ғилеме традицияһында рәссам исемен яҙыуҙа Вермеер Дельфтский айырыуса киң таралған вариант булып тора. Башҡа варианттар — Йоханнис ван дер Мер, Йоханнис вер Мер, Вермер Делфтский[1]. Голландия исемдәре транскрипцияһы ҡағиҙәләре буйынса ее яҙылышы е тип бирелә[2].