Электротехника
From Wikipedia, the free encyclopedia
Электроте́хника — техниканың электр энергияһын эшләп сығарыу, таратыу, үҙгәртеү һәм ҡулланыу менән бәйле өлкәһе. Уға шулай уҡ — электрон компоненттар, электрон схемалар һәм ҡоролмаларҙы, техник системаларҙы уйлап сығарыу, эксплуатациялау һәм оптимизациялау ҙа инә [1].
Электротехника | |
Название с огласовками | הַנְדָּסַת חַשְׁמַל |
---|---|
CIP коды | 14.1001 |
Электротехника Викимилектә |
Электротехника тип ғәмәлдә ҡулланыу өсөн электр һәм магнит күренештәрен ҡулланыуҙы өйрәнеүсе техника фәнен атайҙар[3][4][5]. Электротехника XIX быуат аҙағында физиканан үҙаллы фән булараҡ айырылып сыҡҡан. Хәҙерге заманда фән булараҡ электротехника түбәндәге фән тармаҡтарынан тора: электромеханика, ТОЭ, светотехника, көс электроникаһы. Бынан тыш электротехникаға энергетиканы ла индерәләр[3], законға ярашлы классификация[6] энергетиканы айырым техника фәне тип ҡарай. Электротехниканың көсһөҙ токлы электрониканан иң ҙур айырмаһы шунда - электротехника көслө ҙур габаритлы электрон компоненттар менән бәйле мәсьәләләрҙе өйрәнә( электр тапшырыу линиялары, электр приводтары); ә электрониканың төп компоненттары булып компьютерҙар һәм башҡа интеграль схемалар нигеҙендәге ҡоролмалар, шулай уҡ интеграль схемалар үҙҙәре тора[7]. Икенсе мәғәнәлә электротехникала төп мәсьәлә — электр энергияһын тапшырыу булһа, аҙ көслө электроникала — информацияны тапшырыу тора.