Чатни
соус / From Wikipedia, the free encyclopedia
Чатни (һинд चटनी, ингл. Chutney) — төп ризыҡтың тәмен ҡуҙғатыусы традицион һинд соустарының ҙур төркөмө. Әсе чатнилар әсе булмаған ризыҡтарҙы яҡшы тулыландыра, өҫтәлде сағыу төҫтәре менән биҙәй.
Чатни | |
Бангалорҙағы төрлө чатни төрҙәре, Һиндостан | |
соус | |
Авторы | |
---|---|
Милли исеме |
һинд चटनी, ингл. Chutney |
Тыуған иле | |
Компоненттар | |
Төп |
фрукт (емештәр), йәшелсәләр, тоҙ, тәмләткестәр һәм йәшел үләндәр |
Викимилектә медиафайлдар Чатни |
Ҡайнатылған чатниҙарҙы ҡайһы берҙә йәшелсәнән, әммә йышыраҡ емештәрҙән әшләйҙәр. Уларҙы әҙерләү байтаҡ ваҡытты ала, сөнки компоненттарҙы тулыһынса ҡайнатҡансы бешерергә кәрәк. Сей чатниҙы компоненттарҙы бер-береһе менән бутап һәм уларҙы бер төрлө пастаға турап әҙерләйҙәр.
Чатни ғәҙәттә татлы һәм тәмле. Улар аппетит уята һәм аш һеңдереүҙе стимуллаштыра. Төп ризыҡтың тәмен тоноҡландырыу өсөн бер-ике ҡалаҡ чатни етерлек, уны бәләкәй розеткаларҙа (һауыт-һаба төрө) йәки тәрилкәгә дөгө менән бергә ҡуялар.
Чатни пани пури, идли һәм доса кеүек ризыҡтарға мотлаҡ өҫтәлә.
Хәҙерге инглиз аш-һыуында чатниҙар ҙур популярлыҡ менән файҙалана, сөнки Һиндостан колонизацияһы дәүерендә инглиздәр соустың был төрө менән таныша.