Хромосома
Нуклеопротеид төркөмөнә ҡараған ҡатмарлы матдәләрҙән (ДНК һәм аҡһымдарҙан торған комплекс) структура. / From Wikipedia, the free encyclopedia
Хромосо́ма (бор. грек. χρῶμα — төҫлө σῶμα — тәнсә; немец гистологы Г. В. Вальдейер, 1883) — нуклеопротеид төркөмөнә ҡараған ҡатмарлы матдәләрҙән (ДНК һәм аҡһымдарҙан торған комплекс) структура.
Прокариот күҙәнәк эсендә берҙән-бер ДНК молекулаһы йомоҡ түңәрәк ҡулса формаһында була. Цитоплазмала урынлашҡан. Прокариот күҙәнәктең хромосомаһын нуклеоид тип атайҙар. Составында ДНК-нан тыш аҡһымдар ҙа бар.
Эукариоттарҙың хромосомалары күҙәнәк ядроһы эсендә урынлашҡан. Һаҡланырға, тереклек процесын көйләргә, ташырылырға тейеш нәҫел мәғлүмәтенең иң күп өлөшө шунда тупланған.
Хромосомаларҙы яҡтылыҡ микроскобында митоз һәм мейоз осоронда ғына күреп була. Ядролағы хромосомалар йыйылмаһы кариотип тигән атама алған.
Кариотип биологик төрҙөң уны таныулы иткән индивидуаль билдәһе, цитогенетик критерийы (паспорты тип атап була) булып тора[1].