Франсиско Гойя
From Wikipedia, the free encyclopedia
Франси́ско Хосе́ де Го́йя-и-Лусье́нтес (исп. Francisco José de Goya y Lucientes; 30 март 1746 йыл — 16 апрель 1828 йыл, Бордо) — испан рәссамы һәм гравюрасыһы, һынлы сәнғәттә романтизмдың иң тәүге һәм балҡыу оҫталарының береһе.
Франсиско Гойя | |
исп. Francisco José de Goya y Lucientes | |
Автопортрет | |
Исеме: |
Франсиско Хосе де Гойя-и-Лусьентес |
---|---|
Тыуған: |
30 март 1746({{padleft:1746|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) |
Тыуған урыны: |
Фуэндетодос (Сарагосаға яҡын) |
Үлгән: |
16 апрель 1828({{padleft:1828|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (82 йәш) |
Үлгән урыны: |
Бордо, Франция |
Ил: | |
Жанр: |
рәссам, гравёр |
Стиль: |
романтизм, тәнҡитле реализм |
Имза: | |
Викимилектә эштәре |
Франсиско Гойя Лусьентес 1746 йылда Арагондың (испан автономияһы) баш ҡалаһы Сарагос ҡалаһында урта хәлле ғаиләлә тыуа. Әсәһе ярлы идальго (дворян)ҡыҙы. Франсиско тыуғас, ҡалалағы фатирға ремонт үткәргән ваҡытта, ғаилә Сарагостан 40 саҡрым алыҫлыҡтағы Фуендетодос ауылына күсеп китә. Был ауылда улар 1749 йылға тиклем (башҡа сығанаҡтар буйынса 1760 йылға тиклем) йәшәй.
Франсиско ғаиләлә төпсөк ул була. Иң өлкән ағаһы Камилло дин буйынса китә, уртансыһы Томас атаһының һөнәрен һайлай. Хосе Гойя әйберҙәрҙе алтын менән ялатыу оҫтаһы була. Уның балаларының белеме бик һай була. Франсиско Гойя ғүмер буйы хаталы яҙа.
1763 йылда Франсиско Силендың гипс фигураһы рәсемен эшләү конкурсында ҡатнаша. 1764 йылдың 15 ғинуарында уның эше өсөн бер тауыш та бирмәйҙәр. Һуңынан ул гипс күсермәләрҙе яратмауы тураһында әйтә. 1766 йылда Мадридта Сан-Фернандо нәфислек академияһында тағы бер һынау үтә, бында ла еңелеү көтә. Конкурс эштәре король Альфонсо X -ның аҡыллылығын, киң күңеллелеген һәм XVI быуат яугирҙәренең батырлығын күрһәтергә тейеш була. Был сюжеттар Гойяны илһамаландырмай.