Урыҫ өйө
From Wikipedia, the free encyclopedia
Өй (изба) — Рәсәйҙең урманлы ерҙәрендә ағастан буралған ауыл йорто, торлаҡ.
Тәүҙә өй тип дүрт диуарҙан торған айырым торлаҡ, йәки ҙур йорт эсендәге бер бүлем аталып йөрөтөлә. Улар бешеренеү өсөн тәғәйенләнгән мейес менән йылытылған. Мунсаһы менән ҡуша йылытыусы мейесле ҡунаҡ йортонан (горница) өй шуныһы менән айырыла: йортта бер-нисә торлаҡ-өй (мәҫәлән, Заонежьеның ҙур йорт-комплекстарында һигеҙгә тиклем) булыуы мөмкин.
XIX—XX быуаттарҙа крәҫтиән хужалығында яңы типтағы торлаҡ йорттар төҙөү һәм уларҙың йәшәү өсөн тәғәйен өлөшөн башҡаса ҡороу сәбәпле, был термин яйлап ҡулланылыштан сыға бара һәм уның тәүге мәғәнәһе онотола.
Хәҙерге заманда өй термины, ғөмүмән алғанда, ағас йортҡа ҡарата хаталы ҡулланыла, сөнки йорт төшөнсәһе, өйҙән тыш, уның соланына, ҡунаҡтар өсөн тәғәйен түрьяғына, ышыҡ ишек алдына һ.б. өлөштәренә ҡарата дөйөм ҡулланыла.