Турин
From Wikipedia, the free encyclopedia
Турин (итал. Torino [toˈriːno], пьем. Turin [tyˈɾiŋ]) — төньяҡ Италия ҡалаһы һәм мөһим эшлекле мәҙәниәт үҙәге. Пьемонт төбәге — Турин провинцияһының административ үҙәге.
Турин итал. Torino | |||
Вид на Турин с Монте де Капуччини | |||
| |||
Ил |
ИталияИталия | ||
---|---|---|---|
Регион |
Пьемонт | ||
Провинция |
Турин | ||
Коммуна | |||
Координаталар | |||
Мэр |
Кьяра Аппендино | ||
Майҙаны |
130,01 км² | ||
Бейеклеге |
240 м | ||
Климат тибы |
переходный от умеренного к субтропическому | ||
Рәсми теле |
итальян | ||
Халҡы | |||
Тығыҙлығы |
6814 кеше/км² | ||
Этнохороним |
тури́нец, тури́нцы[2] | ||
Сәғәт бүлкәте |
UTC+1, йәйге UTC+2 | ||
Телефон коды |
+39 11 | ||
Почта индексы |
10121-10156 | ||
Һанлы танытмалар | |||
ISTAT |
001272 | ||
Рәсми сайт |
comune.torino.it | ||
Коммуна көнө | |||
Көнбайыш Альп итәгенең Падан тигеҙлегендә Альп артылштыры янында, Дора-Рипария йылғаһының По йылғаһына ҡойған урынында урынлашҡан.
Халыҡ һаны буйынса Италияның Рим, Милан һәм Неаполь ҡалаларынан һуң дүртенсе урында тора. 2012 йылда 911 мең кеше һанала, ҡала яны халҡы менән бергә 1,7 миллион кеше иҫәпләнә.
Бай тарихы һәм мәҙәниәте булған ҡала, үҙенең арт-галереялары, һарайҙары, театрҙары, музейҙары, парктары менән билдәле. Шулай уҡ Турин үҙенең барокко, рококо, неоклассицизм һәм модерн стилендәге архитектураһы менән танылған.
XVI-XVIII быуаттарҙа Савой герцоглығы (һуңыраҡ Сардин батшалығы) баш ҡалаһын Шамбериҙан (хәҙерге Франция) Туринға күсереү процесында, һарайҙарҙың күпселек өлөшө (Палаццо Мадам), майҙандары һәм баҡсалары төҙөлә.
Рисорджиментоға ҙур өлөш индереүсе сәйәсмәндәр һәм билдәле кешеләрҙең (мәҫәлән, Камилло Бенсо ди Кавур) тыуған ҡалаһы булыуы арҡаһында, Туринды ҡайһы берҙә «Италия азатлығының бишеге» тип атайҙар.
Ҡалала бик күп университеттар, колледждар, академиялар, гимназия һәм лицейҙар бар. Улар араһында XV быуатта нигеҙ һалынған — Турин университеты.
Туриндың иң билдәле иҫтәлекле урындары булып Мысыр музейы һәм ҡала символы булған — Моле Антонеллиана һанала.
Ошо һәм башҡа иҫтәлекле урындары бөтә донъя туристарын үҙенә йәлеп итә, Турин Италияның иң күп кешеләр йөрөгән ун ҡала исемлегенә инә[3].
XIX быуатта ҡала Европаның мөһим сәйәси үҙәге булып тора. 1861 йылда Турин берләшкән Италияның беренсе баш ҡалаһы булыу менән бер рәттән, Италия батшалығында хакимлыҡ иткән династия — Савой йортоның да баш ҡалаһы .
Италияла монархия бөтөрөлгәндән һуң, Туриндың сәйәси әһәмиәте бөтөүенә ҡарамаҫтан, ҡала Европа һәм Италияның мөһим сәнәғәт, иҡтисад һәм сауҙа үҙәге булып иҫәпләнә.
Турин — Милан һәм Римдән һуң, иҡтисади күрһәткестәр буйынса илдә өсөнсө ҡала.
Шулай уҡ Турин Италияның автомобилдәр төҙөү буйынса баш ҡалаһы, тип һанала. Ҡалала FIAT, Lancia, Iveco компанияларының штаб-фатирҙары урынлашҡан.
Ҡала христиан ҡомартҡыһы — Турин япмаһы менән, шулай уҡ «Ювентус» һәм «Торино» футбол командалары менән донъяға билдәле. Турин — 2006 йылдың Ҡышҡы Олимпия уйындарының баш ҡалаһы.
Ҡала ҡурсалаусыһы булып Изге Иоанн Креститель (итал. San Giovanni Battista) һанала. Ҡала байрамы көнө — 24 июнь.