Сәддам Хөсәйен
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сәдда́м Хөсәйенн Абд аль-Маджи́д ат-Тикри́ти (ғәр. صدام حسين عبد المجيد التكريتي; 28 апрель 1937 йыл[1] — 30 декабрь 2006 йыл) — Ираҡтың дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, 1979—2003 йылдарҙа Ираҡ президенты, 1979—1991 һәм 1994—2003 йылдарҙа Ираҡтың премьер-министры, Баас Ираҡ партия бүлегенең генераль секретары, Ираҡ революцион командование советы рәйесе. Маршал (1979).
Сәддам Хөсәйен | |||||
ғәр. صدام حسين عبد المجيد التكريتي | |||||
| |||||
---|---|---|---|---|---|
16 июль 1979 йыл — 9 апрель 2003 йыл | |||||
Алдан килеүсе: | Ахмед Хасан аль-Бакр | ||||
Дауамсы: | Пол Бремер (председатель коалиционного совета) Джаляль Талабани | ||||
| |||||
16 июля 1979 года — 9 апреля 2003 года | |||||
Алдан килеүсе: | Ахмед Хасан аль-Бакр | ||||
Дауамсы: | должность упразднена | ||||
| |||||
16 июля 1979 года — 23 марта 1991 года | |||||
Алдан килеүсе: | Ахмед Хасан аль-Бакр | ||||
Дауамсы: | Саадун Хаммади | ||||
30 мая 1994 года — 17 апреля 2003 года | |||||
Алдан килеүсе: | Ахмед Хусейн ас-Самарраи | ||||
Дауамсы: | Ибрагим аль-Джафари | ||||
| |||||
январь 1992 года — 30 декабря 2006 года | |||||
Алдан килеүсе: | Мишель Афляк | ||||
Дауамсы: | должность упразднена | ||||
| |||||
16 июля 1979 года — 30 декабря 2006 года | |||||
Алдан килеүсе: | Ахмед Хасан аль-Бакр | ||||
Дауамсы: | Иззат Ибрагим ад-Дури | ||||
| |||||
февраль 1964 года — октябрь 1966 года | |||||
Алдан килеүсе: | Ахмед Хасан аль-Бакр | ||||
Дауамсы: | Ахмед Хасан аль-Бакр | ||||
Дине: | Ислам суннитского толка | ||||
Тыуған: | 28 апрель 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) с. Аль-Ауджа, Салах-эд-Дин, Королевство Ирак | ||||
Үлгән: | 30 декабрь 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (69 йәш) район Каджимайн, Бағдад, Ираҡ | ||||
Ерләнгән: | Аль-Ауджа | ||||
Атаһы: | Хусейн ат-Тикрити | ||||
Әсәһе: | Сабха Тульфах | ||||
Ҡатыны: | 1) Саджида Тульфах 2) Самира Шахбандар 3) Нидаль аль-Хамдани 4) Иман Хувейш | ||||
Балалары: | сыновья: Удей, Кусей и Али дочери: Рагад, Рана и Хала | ||||
Партия: | Баас (1957—2006) | ||||
Белеме: | 1) Каир университеты 2) «Мунтасирия» университеты | ||||
Профессияһы: | Юрист | ||||
Хәрби хеҙмәт | |||||
Принадлежность: | Ираҡ | ||||
Ғәскәр төрө: | Вооружённые силы Ирака[d] һәм Республиканская гвардия[d] | ||||
Звание: | маршал | ||||
Командир булған: | верховный главнокомандующий вооружёнными силами Ирака | ||||
Бәрелештәр: | Иран-ираҡ һуғышы Вторжение в Кувейт Война в Персидском заливе Иракская война | ||||
Автограф: | |||||
Наградалары: |
| ||||
Сәддам бер нисә йыл рәттән Ираҡтың лидеры булһа ла, формаль рәүештә 1979 йылда ғына президент итеп һайлана. Бөтә сәйәси ҡаршы яҡтарҙы ла юҡҡа сығарып бөткәс һәм диктаторлыҡ вәкәләтен алғандан һуң бер йыл үткәс, Иран менән 8 йылға һуҙылған бөлдөргөс һуғыш башлай. Был ҡыйралыш 1980 йылдан 1988 йылға тиклем дауам итә.
Һуғыш ваҡытында Сәддам Хөсәйен Ираҡ курдтарына ҡаршы «Анфаль» операцияһын ойоштороуға ҡарар сығара. Уның барышында Ираҡ ғәскәрҙәре химик ҡорал ҡуллана. Бер үк ваҡытта һуғышҡа ҡаршы активистарға, башлыса Шиит ойошмаһына ҡарата репрессия ла үткәрелә. Һуғышта бик күп кеше һәләк була, ҙур юғалтыуҙар килтерә. Ике илдең иҡтисад тармағы, халыҡтың йәшәү кимәле түбәнгә тәгәрәй. Бынан тыш, Ираҡ сит ил кредиторҙарына түләнмәгән бурысы йыйылыуы арҡаһында ҡаты иҡтисади көрсөктә тороп ҡала. Һуғыштан һуң ике йыл үткәс, 1990 йылда Сәддам Хөсәйен инициативаһы менән Ираҡтың Кувейтҡа баҫып инеүе ойошторола. Был Кувейтты азат итеү өсөн халыҡ-ара операцияның башланыуына сәбәпсе була. Фарсы ҡултығындағы һуғыш тип аталған операция барышында ираҡ ғәскәрҙәре башта Кувейттан ҡыуып сығарыла һәм һуңынан Ираҡ территорияһында тулыһынса тар-мар ителә. Ил ҙур иҡтисади юғалтыуҙар кисерә, бик күп халҡын юғалта. Ираҡтың һуғышта еңелеүе арҡаһында 1991 йылда шиит һәм ҡурдтарҙың ҡораллы восстаниеһы башлана вооружённое восстание (инг.)баш.. Восстание хөкүмәт тарафынан баҫтырыла, унда 100 000 кеше һәләк була[2]. Ираҡ бер нисә ңурд төбәгенә, башлыса һауа киңлеге өлөшөнә контроль юғалта. Шулай ҙа төп зыян Ираҡҡа ҡарата иҡтисади санкцияларҙан килә. 90-сы йылдарҙа бары тик энергетика ресурстары һатыуҙан ғына булдырылған ил иҡтисады тулыһынса тиерлек юҡҡа сыға. Ошонан һуң Ираҡ иҡтисадын аяғына баҫтыра алмайҙар.
2003 йылдың апрелендә Ираҡтағы халыҡ-ара коалиция көстәре АҠШ башлығы аҫтында Ираҡҡа баҫып инеп, Саддам режимын бәреп төшөрә. Интервенция өсөн Ираҡ президентының Халыҡ-ара терроризмды яҡлауы һәм күпләп юҡ итеү ҡоралы сығарыуы нигеҙ булып тора[3]. Саддам үҙе Америка ғәскәрҙәре тарафынан ҡулға алына һәм 2006 йылдың 30 декабрендә Ираҡ Юғары суды хөкүме менән язалана.
Саддам — ғәрәп исеме, ҡаршы тороусы тигән мәғәнәне аңлата. Хөсәйен— уның атаһының исеме, Абд аль-Маджид — олатаһынң исеме, ә ат-Тикрити— нисба, Саддам тыуып үҫкән Тикрит ҡалаһының исеменән алынған[4].