Сәба батшабикәһе
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сәба батшабикәһе (йәһ. מלכת שְׁבָא, Малка́т Шва́, фарс. ملكة سبأ, Мәликәт Сәба, бор. эфиоп. ንግሥተ ሳባ, Нигиста Саба), б. э. т. X быуат — Сәба тигән ғәрәп дәүләтенең риүәйәттәргә инеп ҡалған хакимәһе, Библияла уның Исраил батшаһы Сөләймән янына килгәне һүрәтләнгән.
Ҡыҫҡа факттар Сәба батшабикәһе (йәһ. מלכת שְׁבָא, Малка́т Шва́) ...
Сәба батшабикәһе (йәһ. מלכת שְׁבָא, Малка́т Шва́) | |
---|---|
«Изге Македа, Сәба батшабикәһе» хәҙерге заман иконаһы | |
Заты: | Ҡатын-ҡыҙ |
Йәшәгән дәүере: | Б.Э.Т X быуат |
Исеме башҡа телдәрҙә: | ғәр. ملكة سبأ, Малика́т Са́ба; боронғо эфиоп.ንግሥተ ሳባ, Ниги́ста Са́ба |
Башҡа мәҙәниәттәрҙә: | Ғәрәп теле Балкис; эфиоп. Македа |
Төбәк: | Сәба батшалығы |
Шөғөлө: | батшабикә |
Телгә алына: |
3Цар. 10 |
Ябырға
Библияла был хакимәнең исеме телгә алынмай. Һуңғыраҡ осор ғәрәп текстарында ул — Бәлкис (Билкис, Европаса яңғ. — Балкида), эфиоп риүәйәттәрендә — Македа[1]. Инглиз телле мәҙәниәттәрҙә иленең атамаһы Шебаны уның үҙенең исеме тип ҡабул итеү осраҡтары бар.
Бындай батшабикәнең тарихта булыуы иҫбат ителмәһә лә, уның образы Европа, Төньяҡ Африка һәм Яҡын Көнсығыштың күп халыҡтары фольклорына һәм әҙәбиәтенә һиҙелерлек йоғонто яһаған.