Серб бөркөтө
From Wikipedia, the free encyclopedia
Серб бөркөтө (сер. Српски орао / Srpski orao) — йөҙәр йылдар дауамында Сербтарҙың милли тиңлеген билдәләүсе ике башлы аҡ бөркөт серб геральдикаһының һәм вексиллологияһының төп символы һанала һәм ул илдең Серб әләмендә һәм Серб гербында һынландырылған[1]. Неманьичтарҙың урта быуаттар династияһынан башланғыс алған[1]. Сербия короллеге барлыҡҡа килгән мәлдән алып, түшендә ҡалҡан менән серб тәреһе төшөрөлгән бөркөт Серб иленең гербы сифатында 1882 йылдан файҙаланыла башлай. Шулай уҡ 1983 йылдан алып 1945 йылға тиклем Аҡ бөркөт ордены (Сербия) тип аталған король ордены булған, унда ла аҡ серб бөркөтө һүрәте төшөрөлгән булған.