Психик ҡаҡшау
Психик сирҙәр (менталь сирҙәр, психик ауырыу, йән ауырыуы; / From Wikipedia, the free encyclopedia
Психик сирҙәр (менталь сирҙәр, психик ауырыу, йән ауырыуы; ҡайһы бер абруйлы сығанаҡтарҙа, атап әйткәндә МКБ-10, былар бөтөнләйе менән синонимдар[1] түгел тип раҫлана — киң мәғәнәлә психиканың, теүәл йә һау йәндән айырмалы, торошо. Был терминдың юриспруденция, психиатрия һәм психология өлкәләрендә айырым билдәләмәһе бар. Психик ҡаҡшауҙы шәхестең һәм уның холоҡ һыҙаттарының кире яҡтары сағылышы тип ҡабул итеү кәрәкмәй [2].
Психик ҡаҡшау | |
| |
МКБ-10 |
МКБ-10: Код F |
---|---|
MeSH |
D001523 |
Психик ҡаҡшау Викимилектә | |
Психик ҡаҡшауҙың ҡапма-ҡаршыһы булып психик һаулыҡ тора. Тормош шарттарына яраҡлаша һәм тормош проблемаларын хәл итә белгән кешеләр, ғәҙәттә, психик яҡтан һау-сәләмәт булараҡ баһалана. Әгәр ҙә бындай һәләттәре сикләгән һәм кеше шәхси, ғаилә тормошонда йәки эшендә көндәлек бурыстарҙы хәл итә, шәхси маҡсаттарына өлгәшә алмай икән, тимәк, теге йәки был дәрәжәләге психик тайпылыштар тураһында һүҙ бара.
Психик ауырыу хис-тойғолар, фекерләү, ҡылыҡ сфераларында үҙгәрештәргә һәм боҙолоуҙарға килтерә, ҡайһы бер раҫлауҙар буйынса, бының менән бер рәттән организмдың соматик функциялары үҙгәрештәре күҙәтелә. Медицина менән психологияның хеҙмәттәшлеге һәм психик ҡаҡшауҙы төрлө яҡлап ҡарағанда ғына, дауалауҙың уңышлы психологик һәм медикаментоз ысулдарын булдырыу, мөмкин.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, донъяла һәр дүртенсе-бишенсе кеше психик һәм холоҡ-ҡылыҡ ҡаҡшауынан яфалана. Күп кенә психик тайпылыштарҙың сәбәптәре аҙағына тиклем асыҡланмаған. Ҡайһы бер билдәләр һәм симптомдар булғанда, белгестәр, кәңәш һорап, үҙҙәренә мөрәжәғәт итергә тәҡдим итә[3].
Психиатрияла ауырыуҙың төп критерийҙарын (биологик — тән патологияһы булыуы, медицина — йәшәү сифаты һәм ғүмергә ҡурҡыныс янау, социаль — кешенең ижтимағи эшмәкәрлегенең боҙолоуы) ҡулланыу ҡатмарлашҡанлыҡтан, «психик тайпылыш» һәм «психик ауырыу» тигән төшөнсәләрҙе тигеҙләү тәнҡитләнә. Йышыраҡ осраҡта теге йәки был психик эшмәкәрлек боҙолоу нигеҙендә тән эшмәкәрлегенең боҙолоуы ята. Шуның менән бәйле Халыҡ-ара ауырыуҙарҙы төркөмләү классификация 10-сы ҡайтанан ҡарау исемлегендә (МКБ-10), «психик ауырыу» термины урынына «психик ҡаҡшау» термины ҡулланыла.
Ҡайһы берҙә «psychiatric disorders» тигән төшөнсә («психиатрик ҡаҡшау», «психик ҡаҡшау», «психиатрҙар шөғөлләнә торған тайпылыштар») шартлы, конвенциональ, медицинаға хас булмаған һыҙаттар йөрөтә, һәм ҡайһы бер «психиатрия ҡаҡшауҙарын» патология өлкәһенә ҡайтарыу байтаҡ шартлы: мәҫәлән, ғәҙәти тормошта патологик һаналған реакциялар экстремаль хәлдәрҙә ҡотҡарыусы ролен үтәп ҡуйыуы мөмкин [4].
Кеше хоҡуҡтары буйынса Европа суды «йән ауырыуы» һәм «йән сирле» терминдарын тәнҡиткә дусар булған. Шулай, 2003 йылдың 28 октябрендә «Тамара Ракевич Рәсәй Федерацияһына ҡаршы» эшенең 58973/00-се Ялыуы буйынса Постановлениеның 26 параграфында ете халыҡ-ара судьянан торған һәм уның составында Рәсәйҙән Европа суды судьяһы Анатолий Ковлер булған суд коллегияһы «психиатрия, медицина күҙлегенән ҡарағанда ла, социаль ҡараштары күҙлегенән ҡарағанда ла, яңы үҫешкән өлкә булараҡ, "йән сирле" тигән терминдың аныҡ билдәләмәһе юҡ»[5] тип күрһәтә. Был аныҡлау артабан рәсәй судтары хөкөм итеү тәжрибәләрендә лә сағылыш таба.