Оливер Стоун
From Wikipedia, the free encyclopedia
Уильям Оливер Стоун (ингл. William Oliver Stone; род. 15 сентябрь 1946, Нью-Йорк, АҠШ) — америка кинорежиссеры, сценарист һәм продюсер. Өс «Оскар» премияһы эйәһе.
Оливер Стоун | ||||||||||
ингл. Oliver Stone | ||||||||||
| ||||||||||
Исеме |
Уильям Оливер Стоун | |||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған көнө |
15 сентябрь 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[1][2][3][…] (77 йәш) | |||||||||
Һөнәре |
кинорежиссёр | |||||||||
Карьераһы |
1971 — хәҙергә тиклем | |||||||||
Наградалары |
«Оскар» (1979, 1987, 1990) | |||||||||
IMDb | ||||||||||
Оливер Стоун Викимилектә | ||||||||||
Оливер Стоун 1946 йылдың 15 сентябрендә АҠШ-тың Нью-Йорк ҡалаһында тыуа, Стоундың атаһы йәһүд, әсәһе — католик ғаиләһенән сыҡҡанфранцуз ҡыҙы, әммә икеһе лә дини булмаған булалар, шуға күрә буласаҡ кинорежиссерҙы компромисс итеп инжил сығышлы мәктәпкә уҡырға бирәләр (хәҙер Стоун үҙен буддист тип һанай). Уның атаһы, брокер Луис Силверстайн (ингл. Louis Silverstein, 1910—1985), фамилияһын Йель университетында уҡығанда америкаса Стоунға үҙгәртә. Әсәһе, Жаклин Годда (ингл. Jacqueline Goddet, тыуған 1926) париж икмәк бешереүсеһенең ҡыҙы булған. Ул Оливерҙың атаһы, иҡтисад белемле булған, һуғыштан һуңғы Европала иҡтисади мәсьәләләр буйынса советник сифатында Эйзенхауэр Дуайттың Берлиндағы штаб-фатирында хәрби хеҙмәт үткән 35 йәшлек майор Луис Стоун менән таныша[4]. 1962 йылда Оливерҙың ата-әсәһе айырылыша һәм әсәһе Европаға ҡайта; Оливерҙы атаһы тәрбиәләй.
Пенсильванияла колледж тамамлағандан һуң Стоун Нью-Йоркка ҡайта һәм шунда уҡ Йель университетына уҡырға инә, әммә, бер йылдан әҙерәк уҡығандан һуң, уҡыуын ташлай һәм Көньяҡ Вьетнамдың Ирекле тымыҡ океан колледжына инглиз теле уҡытыусыһы сифатында китә, тағы ла бер йылдан Орегон штатына , ә һуңынан — Мексикаға күсә. 1967 йылда армияға саҡырыла һәм ҡабаттан Вьетнамға юллана. Вьетнамда Стоун йылдан ашыу — 1967 йылдың сентябренән 1968 йылдың ноябренә тиклем — һуғыша, «Берт» ут ярҙамы базаһы өсөн ҙур алышта ҡатнаша һәм ике тапҡыр яралана. Һуғыштан бер нисә хәрби награда менән ҡайтып (шул иҫәптән «Бронза йондоҙ» и «Пурпурное сердце»), Оливер Нью-Йорк университеты на уҡырға инә һәм унда Мартин Скорсезенан ғилем ала.