Мәҫәл
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мәҫәл — нәсихәтле, сатирик характерҙа булған шиғри йәки сәсмә әҙәби әҫәр. Мәҫәлдең йә башында, йә аҙағында ҡыҫҡа ғына нәсихәти йомғаҡлау — мораль бирелә. Ғәҙәттә, мәҫәлдең төп геройҙары ролендә хайуандар, үҫемлектәр йәки ниндәйҙер әйберҙәр алына. Мәҫәлдәрҙә кешеләрҙең етешһеҙлектәре кинәйәләп тәнҡитләнә.
Мәҫәл — боронғо әҙәби жанрҙарҙың береһе. Боронғо Грецияла сәсмә формала мәҫәл ижад итеүсе Эзоп (беҙҙең эраға тиклем VI—V быуат) киң билдәлелек яулаған була. Римда — Федр (беҙҙең эраға тиклем I быуат). Һиндостандағы «Панчатантра» мәҫәлдәр йыйынтығы III быуатҡа ҡарай. Яңы ваҡыттың иң танылған мәҫәл оҫтаһы булып күренекле француз шағиры Жан Лафонтен (XVII быуат) тора.
Рәсәйҙә мәҫәл жанрының үҫеш XVIII быуат уртаһы — XIX быуаттың башына тап килә һәм был үҫеш . А. П. Сумароков, И. И. Хемницер, А. Е. Измайлов, И. И. Дмитриев исемдәре менән бәйле, шулай ҙа шиғри мәҫәл буйынса тәүге тәжрибәләрҙе әле XVII быуатта уҡ Симеон Полоцк һәм XVIII быуаттың беренсе яртыһында А. Д. Кантемир, В. К. Тредиаковский кеүек әҙиптәр туплаған була. Рус шиғриәтендә тәбиғи һәм мәрәкәсел бәйән итеү интонацияһын тапшырыусы ирекле шиғри мәҫәлдәр барлыҡҡа килә.
И. А. Крыловтың реалистик йәнлелек, сәләмәт юмор һәм бай тел менән яҙылған мәҫәлдәреРәсәйҙә был жанрҙың үҫеш йылдарын билдәләй. Совет заманында Демьян Бедный, Сергей Михалков һәм башҡаларҙың мәҫәлдәре ҙур популярлыҡ яулай.