Мәрйен рифтары
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мәрйен рифтары, коралл рифтары — һыуҙан эзбизты эшкәртеп алырға һәләтле мәрйен (коралл) полиптары һәм башҡа төр һыу үҫентеләре колониялары барлыҡҡа килтергән эзбиз геологик структуралар. Тропик диңгеҙҙәрҙең һай урындарында барлыҡҡа килә. Коралл рифтарының донъяла дөйөм майҙаны 27 млн км². Башлыса Тымыҡ һәм Һинд океандары бассейндары диңгеҙҙәрендә урынлашҡандар. Мәрйен ртфтарының өстән бере юҡҡа сығарылған да инде. Бындай үҫеш дауам итһә 2030 йылға тиклем бер нисә риф бөтәсәк.
Мәрйен рифтарының төҫөн юғалтыуы киң таралған һәм аҙ өйрәнелгән мәсьәлә булып тора. Зыянланған мәрйенде сағыу төҫ биреүсе зооксантелдар(симбиотик һыу үҫентеләре) ташлап китә. Нәтижәлә мәрйендә аҡһыл шағыр таптар барлыҡҡа килә. Был урындар һыу үҫентеләренән бөтөнләй мәхрүм түгел. Ҡайһы бер осраҡта кире яңыртыу йәки яңы төр зооксантелл барлыҡҡа килеүе мөмкин. Төҫһөҙләнгән колониялар башҡа үҫмәй һәм тулҡын эшмәкәрлегендә еңел генә емерелә икәне билдәле.