Мускулдар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мускулдар (лат. musculus — мускул) — кеше һәм йәнлектәр тәнендәге терәк-хәрәкәт аппаратының тығыҙ һәм һығылмалы мускул туҡымаһынан торған, нерв импульстары тәьҫирендә ҡыҫҡарыу һәләтенә эйә булған бер өлөшө. Мускулдар төрлө эш башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән — улар кәүҙәне хәрәкәтләндерә, ниндәйҙер бер торошта һәм ҡиәфәттә (позала) тотоп тора, тауыш тарамыштарын ҡыҫҡарта, һулыш алыуҙы тәьмин итә.
Мускул туҡымаһы үҙ сиратында миоцита күҙәнәктәренән тора. Нерв импульстары менән ҡыҫҡарған һәм оҙонайған мускулдар ныҡышмалы эш һөҙөмтәһендә арыуға дусар булыу үҙенсәлегенә эйә.
Мускулдар тән өлөштәренең арауыҡтағы торошон төрлөсә үҙгәртеүгә булышлыҡ итә. Кеше ниндәй генә хәрәкәт яһамаһын — күҙ йомоу һәм йылмайыу кеүек иң ябайҙарҙан башлап, ювелирҙар йә спортсылар башҡарған үтә нескә һәм әүҙем, ғәйрәтле йә етеҙҙәргә тиклем — уларҙы мускул туҡымаларының ҡыҫҡарыу һәләтлеге арҡаһында башҡара. Өс төп төркөмдән торған мускулдарҙың ипле һәм дөрөҫ эшләүенә организмдың хәрәкәтсәнлеге генә түгел, ундағы барлыҡ физиологик процесстарҙың барышы ла туранан-тура бәйле. Бөтә мускул туҡымаларҙың эшмәкәрлеге менән нервы системаһы идара итә, ул шулай уҡ мускулдарҙың баш һәм арҡа мейеләре менән бәйләнешен тәьмин итә һәм химик энергияның механик энергияға әүерелеүен көйләй ҙә.