Муса (пәйғәмбәр)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Муса (йәһ. משֶׁה, Моше́, «һыуҙан ҡотҡарылған»; ғәр. موسىٰ Муса, бор. грек. Mωυσής, лат. Moyses) (б. э. т. XIII быуат), Бишкитапта — йәһүд пәйғәмбәре һәм ҡанун сығарыусыһы, йәһүдилеккә нигеҙ алыусы, йәһүдтәрҙе Боронғо Мысырҙан сығарыусы, йәһүд халҡын берләштереүсе.
Ҡыҫҡа факттар Моисей (Муса) (משֶׁה - Моше) ...
Моисей (Муса) (משֶׁה - Моше) | |
---|---|
Бәни Исраил тоҡомдарын бер халыҡ итеп туплаған йәһүд ҡануниәтсеһе | |
Йәшәгән дәүере: | Б.Э.Т XV—XIII быуат |
Исеменең мәғәнәһе: | «һыуҙан алынған (ҡотҡарылған)» |
Башҡа мәҙәниәттәрҙә: | Муса (ислам) |
Төбәк: | Мысыр, Ғәрәп ярымутрауы, Синай ярымутрауы |
Шөғөлө: | Израилдең беренсе ҡанунсыһы, пәйғәмбәр, көтөүсе |
Донъяға килеүе: | Леви тоҡомонан |
Телгә алына: |
Бишкитап (Тәүрат), Инжил Мусаның ун васыятын һәм Шәмбене ҙурлауҙы үҙгәртә |
Атаһы: | Амрам |
Әсәһе: | Йохаведа |
Ҡатыны (ире): | Сепфора, Йофорҙың ҡыҙы |
Балалары: | Гирсам һәм Елиезер |
Ерләнгән урыны: | Нево тауы үҙәне Аварим тау бите |
Бәйле төшөнсәләр: | Янмаҫ күгән (купина), Мысырҙағы ун язалау, Тәүрат (2-се к.)(Мысырҙан күсенеү), Алтын быҙау, Баҡыр йылан, күктән яуған ярма, Күсенгәндәге илдәр, Ун васыят, Синай тауы, песах (пасха), Шаббат (шәмбе), йәһүҙилек, скиния, менора |
Бәйле ваҡиғалар: | Мысырҙан күсенеү |
Бәйле персонаждар: | Аарон (Һарун) һәм Мириам (Мәрйәм) |
Билдәләре: | Васыят яҙмалары, мөгөҙсөктәр (cornuta) |
Ябырға
Библияны (Тәүратты) өйрәнеүселәр Моисей, XVIII һәм XIX династияһы фирғәүендәре менән бәйләп, Б.э.т. XV—XIII быуаттарҙа йәшәгән тип билдәләй.
Муса исеме «һыуҙан ҡотҡарылған» тигәнде аңлата, башҡа фараздар буйынса был исем Мысырҙа барлыҡҡа килгән һәм «бала» тигәнде аңлата[1].