Метамерия (биология)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Метамери́я ( мета- һәм грек. μέρος — өлөш, бүлкәт, шулай уҡ сегментация, быуынтыҡ) — организмдарҙың кәүҙәһе буйынан-буйына үҙ-ара оҡшаш сегменттарға - метамерҙарға бүленеше.
Метамерия |
Эстән дә, тыштан да ағзалары метамерлы булған осраҡта - ысын метамерия, ә тышҡы яҡтан ғына булһа - псевдометамерия тип атала.
Бөтә организмды солғап алғаны - тулы метамерия, бындай метамерия ҡулсалы селәүсендәргә һәм быуынтыҡ аяҡлыларға хас.
Организмдың ҡайһы бер өлөшөндә генә осраған тулы булмаған метамерияны ошолай бүлеү ҡабул ителгән: дерматомер (тире), миомер (мускул), склеромер (һөлдә), нейромер (нервылар).
Тән метамерҙары төҙөлөшө һәм функциялары оҡшаш булған осраҡта гомоном метамерия тип атала; тышҡы яҡтан оҡшаш булмаған осраҡта гетероном метамерия тураһында һүҙ бара.
хордалыларҙа яралғы сағында метамерия асыҡ беленә, ә артабанғы этаптарында һөлдә төҙөлөшөндә, мускулатурала, ҡан тамырҙары һәм нервы системаһында күҙгә ташлана. Мәҫәлән, кешенең а метамер һыҙаттары һөлдәһендә (умыртҡа), арҡа мейеһе ҡоролошонда, ҡабырғалары, ҡабырға араһындағы мускулдар һәм нервылар сиратлашыуында күренә.
Юғары үҫемлектәрҙә һабаҡтағы быуындар һәм быуын арауыҡтары метамерия миҫалы булып тора [1].