Макао
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мака́о йәки Аомы́нь ({{ҡытай|澳門|澳门|Àomén|Аомэнь}}, порт. Macau), тулы атамаһы — Макао махсус административ округы ({{ҡытай|澳門特別行政區|澳门特别行政区|Àomén Tèbié Xíngzhèngqū|Аомэнь тэбе синчжэнцюй}}, порт. Região Administrativa Especial de Macau) — Ҡытай Халыҡ Республикаһының махсус административ районы, донъяла иң күп халыҡлы төбәк, үҙенең казино һәм уйын индустрияһы менән билдәле, Лас-Вегастан ете тапҡырға ҙурыраҡ.
| |||||
Государственный гимн Макао | |||||
Рәсми телдәр | Португал теле, путунхуа[d] һәм кантонский диалект[d] | ||||
Территория • Бөтәһе | 27,2 Процент воды = 0 км² | ||||
Валюта | Патака | ||||
Интернет-домен | .mo[d] | ||||
Код ISO | MO | ||||
МОК коды | MAC | ||||
Телефон коды | +853 | ||||
Сәғәт бүлкәте | Масай стандарт ваҡыты[d] |
Халҡы 653 100 кеше тәшкил итә (2017 йылдың 31 декабренә)[1]. Рәсми телдәр — португал һәм ҡытай телдәре (күбеһенсә кантон диалекты файҙаланыла).
Макао махсус административ районы 1999 йылдың 21 декабрендә Португалияның Макао колонияһын бөтөрөү һөҙөмтәһендә ойошторола һәм ҠХР-ҙың ике махсус административ районының береһе була (икенсеһе — Гонконг). Быға тиклем 442 йыл дауамында, 1557 йылдан Макао менән Португалия идара итә. Ул Көнсығыш Азияла иң боронғо Европа колонияһы була. Төп законды 1993 йылдың мартында Бөтә Рәсәй халыҡ вәкилдәре йыйылышы хуплай һәм «бер ил — ике система» принцибына нигеҙләнә, йәғни берҙәм Ҡытай дәүләте сиктәрендә ике төрлө иҡтисади һәм юридик система һаҡлана. КХР составына инеп, Макао ҙур автономияға: үҙ закондары, хоҡуҡи, аҡса, таможня һәм иммиграция системалары, шулай уҡ халыҡ-ара ойошмаларҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә.