Лазарева Дина Наумовна
From Wikipedia, the free encyclopedia
Лазарева Дина Наумовна (11 сентябрь 1922 йыл — 11 сентябрь 2019 йыл) — ғалим-фармаколог, юғары мәктәп хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1995), медицина фәндәре докторы (1962), профессор (1963). 1946—2002 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты (1995 йылдан — университет) уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының (1993) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). Рәсәй Федерацияһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1993), Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986).
Дина Наумовна Лазарева | ||||
Тыуған көнө |
11 сентябрь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (101 йәш) | |||
---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Силәбе губернаһы, Мейәс ҡалаһы | |||
Вафат көнө |
11 сентябрь 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (97 йәш) | |||
Ил |
СССР, Россия | |||
Ғилми даирәһе |
фармакология | |||
Эшләгән урыны | ||||
Альма-матер | ||||
Ғилми дәрәжәһе |
медицина фәндәре докторы (1962) | |||
Ғилми исеме |
профессор | |||
Награда һәм премиялары |
БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976) | |||