Йәшен һәм ялағай
Электростатик разряд менән бәйле һауа торошо күренеше / From Wikipedia, the free encyclopedia
Йәшен — атмосфералағы электр бушаныуы, ғәҙәттә көслө ямғыр яуғанда була, көслө яҡтылыҡ һыҙаты - ялағай ялтырауҙан, күк күкрәүҙән торған тамамланған цикл. Йәшендәр Венерала, Юпитерҙа, Сатурнда, Уранда һәм башҡа күк есемдәрендә булыуы теркәлгән. Йәшен бушаныуының ток көсө Ерҙә 10—500 мең ампер, көсөргәнеш — тиҫтә миллиондан миллиард вольтҡа тиклем тәшкил итә[1]. Иң оҙон ялағай Оклахомала 2007 йылда теркәлгән. Уның оҙонлоғо 321 км тәшкил иткән. Иң оҙайлы ялағай Альп тауҙарында булған. Ул 7,74 секунд дауам иткән[2].
Ҡыҫҡа факттар Оҙайлылыҡ, Туранан-тура сәбәп булып тора ...
Йәшен һәм ялағай | |
Оҙайлылыҡ | 125 ± 100 микросекунда |
---|---|
Туранан-тура сәбәп булып тора | удар молнии[d] |
Тасуирлау биттәре | neal.fun/earth-reviews/l… |
Нимәлә үлсәнә | Грозоотметчик[d] |
Йәшен һәм ялағай Викимилектә |
Ябырға