Йәйге Олимпия уйындарында футбол 1980
From Wikipedia, the free encyclopedia
1980 йылғы Йәйге Олимпия уйындарында футбол турниры 20 июлдән 2 авгусҡа тиклем үтә. Уйындар Мәскәү, Ленинград, Киев, Минск ҡалаларында үткәрелә. Финал Мәскәүҙә «Лужники» стадионының Ҙур спорт аренаһында үтә.
Йәйге Олимпия уйындарында футбол 1980 | |
Розыгрыш какого турнира | Йәйге Олимпия уйындарында футбол |
---|---|
Спорт төрө | Футбол |
Дәүләт | СССР |
Урын | Лужники (стадион) |
Ваҡиға ваҡыты | 1980 |
Башланыу датаһы | 20 июль 1980 |
Тамамланыу датаһы | 2 август 1980 |
Ойоштороусы | СССР футбол федерацияһы[d] |
Ҡатнашыусылар һаны | 16 |
Статистика буйынса алда | Сергей Васильевич Андреев[d] |
Ҡатнашты | 1 821 624 |
Уйналған матчтар һаны | 32 |
Йәйге Олимпия уйындарында футбол 1980 Викимилектә |
Турнирҙа 16 ир-ат командаһы ҡатнаша. Мәскәү Олимпия уйындарына бойкот иғлан итеү арҡаһында Мәскәүгә Гана, Мысыр, Малайзия, Иран, АҠШ,Аргентина, Норвегия командалары килмәй. Уларҙың урындарын Нигерия, Замбия, Ираҡ, Сүриә, Куба, Венесуэла, Финляндия командалары биләй. Шул уҡ ваҡытта Нигерия, Африка һайлап алыуҙарында ҡатнашмаһа ла, Уйындарҙа ҡатнашыу хоҡуғын ала (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Нигерия 1980 йылда Африка Милләттәр Кубогын яулаусы булараҡ урын ала).
Мәскәүҙең «Спартак» командаһының баш тренеры Константин Бесков етәкселегендәге СССР йыйылма командаһы өй уйындарында фаворит тип һанала, ләкин ярымфиналда ГДР йыйылма командаһынан еңелә (0:1). Бынан 4 йыл элек үткән Монреалдәге Уйындарҙа ла СССР йыйылма командаһы ярымфиналда ГДР-ҙан еңелә.