Габсбургтар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Габсбургтар (нем. Habsburger) —Урта быуаттарҙың Һәм Яңы заман дауамында Европала иң ҡеүәтле монархия династияларының береһе. Династия вәкилдәре Австрия хакимдары булараҡ (1282 йылдан башлап), Европа дәүләттәренең иң алдынғылары рәтендәге күп милләтле Австро — Венгрия империяһына әүерелгән (1918 йылға тиклем), шулай уҡ Изге Рим империяһы императорҙары булараҡ билдәле. Был тәхетте Габсбургтар 1438 йылдан 1806 йылға тиклем (1742—1745 йылдарҙағы ҡыҫҡа өҙөктө иҫәпкә алмағанда) биләйҙәр.
Ҡыҫҡа факттар Габсбургтар, Габсбургтар Родовод сайтында ...
Габсбургтар | |||
---|---|---|---|
Титулдар: |
| ||
Төшөрөү: | 1918 год | ||
Кесе тармаҡтар: |
| ||
Габсбургтар Родовод сайтында |
Ябырға
- Габсбург бите бында йүнәтелә. Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: [[Габсбург(мәғәнәләр)}}}]].
Австрия һәм Изге Рим империяһынан тыш Габсбургтар шулай уҡ түбәндәге илдәрҙең хакимдары булғандар:
- Венгрияның —1437-1439, 1445—1457, 1526—1918 йылдарҙа;
- Чехияның —1306-1307, 1437—1439, 1453—1457, 1526—1618, 1621—1918 йылдарҙа;
- Хорватияның — 1437—1439, 1445—1457, 1526—1918 йылдарҙа;
- Испанияның — 1516—1700 йылдарҙа;
- Португалияның — 1580—1640 йылдарҙа;
- Неаполитан короллегенең — 1516—1735 йылдарҙа;
- Мексиканың —был 1864—1867 йылдарҙа;
- Трансильванияның— 1690—1867 йылдарҙа;
- Тосҡананың — 1790—1859 йылдарҙа;
- Парманың—1814-1847 йылдарҙа;
- Моденаның — 1814—1859 йылдарҙа,
шулай уҡ күп кенә ваҡ дәүләт берәмектәренең.