Бөйөк Ватан һуғышы
СССР-ҙың нацистик Германияға һәм уның союздаштарына ҡаршы һуғышы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Бөйөк Ватан һуғышы (22 июнь 1941 йыл — 9 май 1945 йыл) — Совет Социалистик Республикалар Союзының үҙ территорияһына баҫып ингән нацистик Германияға һәм уның Европалағы союздаштарына (Венгрия, Италия, Румыния, Словакия, Финляндия, Хорватия) ҡаршы һуғышы. Ҡыҙыл Армияһының еңеүе һәм Германия ҡораллы көстәренең бер һүҙһеҙ капитуляцияһы менән тамамланған Икенсе донъя һуғышының мөһим өлөшө. Көнбайыш илдәрендә — Көнсығыш фронт[2], Германияла шулай уҡ Немец-Совет һуғышы тип атала.
Бөйөк Ватан һуғышы | |
Кем хөрмәтенә аталған | Ватан һуғышы |
---|---|
Дәүләт | СССР |
Урын | СССР, Үҙәк Европа, Көнсығыш Европа, Европа, Төньяҡ Европа[d] һәм Балҡан ярымутрауы |
Башланыу датаһы | 22 июнь 1941 |
Тамамланыу датаһы | 7 май 1945 һәм 21 ғинуар 1955[1] |
Ҡатнашыусылар | Өсөнсө рейх, СССР, Гитлерға ҡаршы коалиция, Югославияның Халыҡ-азатлыҡ армияһы[d], Финляндия, Румыния короллеге, Венгрия, Фашистская Италия[d] һәм Словакия республикаһы (1939—1945) |
Цель | Советская зона оккупации Германии[d] |
Бөйөк Ватан һуғышы Викимилектә |
Өсөнсө рейхтың хәрби-сәйәси етәкселеге йәшен тиҙлегендәге һуғыш стратегияһына иҫәп тота («блицкриг») һәм Советтар союзына ҡаршы 21-се һанлы директиваға ярашлы «Барбаросса» планы кодлы исем алған агрессия планын әҙерләй. СССР-ға ҡаршы һуғышта совет дәүләтен юҡҡа сығарыу, уның байлыҡтарын тартып алыу, халҡының төп өлөшөн физик яҡтан юҡ итеү, Уралға тиклем[3] ил территорияһын «германлаштырыу» маҡсаты ҡуйыла. Совет халҡы өсөн Бөйөк Ватан һуғышы тыуған илдең азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн ғәҙеллек һуғышы һәм Европала нацизмды бөтөрөүгә йүнәлтелгән азатлыҡ һуғышы була[3].
Һуғыш барышында Советтар Союзы Гитлерға ҡаршы коалиция составында Германияның һәм уның союздаштарына иң ҙур зыян килтерә һәм хәл иткес еңелеүгә дусар итә, үҙенең территорияһынан баҫҡынсыларҙы ҡыуып сығара һәм Үҙәк һәм Көнсығыш илдәрен нацизмдан ҡотолдороп, Европала уның тар-мар ителеүендә хәл иткес роль уйнай[4][5][6]. 1945—1946 йылдарҙа Нюрнберг трибуналы нацистик Германияның бөтә донъяға ҡаршы агрессив һуғыш башлауына, хәрби енәйәттәргә, тыныслыҡ һәм кешелеклеккә ҡаршы енәйәттәренә баһа бирҙе, шулай уҡ донъя хакимлығына ынтылыусы нацист енәйәтселәренә хөкөм ҡарары сығара.