Боронғо Греция
From Wikipedia, the free encyclopedia
Боронғо Греция, Эллада (бор. грек. Ἑλλάς) — боронғо эолий, ахей, ионий, дорий ҡәбиләләре йәшәгән ҡала-дәүләттәр биләмәһенең дөйөм исеме. Грецияның этник картаһы бөтә антик дәүер дауамында бер төрлө булған һәм үҙгәрмәй ҡалған тиерлек.
Боронғо Греция | |
Донъя ҡитғаһы | Европа |
---|---|
Барлыҡҡа килгән | Греция |
Сиктәш | Фракия, Иллирия[d] һәм Персидская империя[d] |
Башланыу датаһы | Б. э. т. XII быуат |
Тамамланыу датаһы | 600 |
Ҡайҙа өйрәнелә | история Древнего мира[d], грековедение[d] һәм антиковедение[d] |
Тема иҡтисады | экономика Древней Греции[d] |
Боронғо Греция Викимилектә |
«Боронғо Греция» төшөнсәһенә ингән биләмәләр тип ғалимдар б. э. тиклемге III—II быуаттарҙан алып Крит утрауында барлыҡҡа килгән тәүге дәүләт ойошмаларынан һәм б. э. тиклемге II—I быуаттарға тиклем һуҙылған грек колониялаштырыу дәүерендә йәшәгән территорияларҙы индергән. Һуңынан Көнсығыш Урта диңгеҙ буйындағы был грек һәм эллин биләмәләре Рим империяһы тарафынан баҫып алына һәм урта диңгеҙ Рим дәүләте составына индерелә.
Боронғо грек тарихында географик сиктәр даими булмаған, улар төрлө тарихи дәүерҙәрҙә киңәйеп йәки тарайып үҙгәреп торған. Боронғо Греция территорияһы Балҡан ярымутрауының көнсығышын уға йәнәш терәлеп торған утрауҙарында йәйелеп ятҡан. Уға б. э. тиклемге VIII—VI быуаттарҙағы грек колониялаштырыу дәүерендә көнсығышта Эгей диңгеҙе утрауҙары, Фракияның яр буйҙары, Кесе Азияның көнбайыш яр буйы һәм Кипр утрауының бер өлөшө ҡараған. Көнсығышта уның территорияһына Ҡара диңгеҙ һәм Аҙау диңгеҙе; көньяҡта — Төньяҡ Африка (Киренаика, хәҙерге Ливия); көнбайышта — Көньяҡ Италия, көнсығыш Сицилия; көньяҡ Галлия (хәҙерге Франция) һәм төньяҡ-көнсығышта Испания яр буйҙары ингән. Башлыса, был биләмәләр хәҙерге замандағы Греция территорияһына тап килә.
Боронғо Грецияның иң юғары иҡтисади, сәйәси үҫешеб. э. тиклемге Vl - V быуаттарҙағы полис ҡоролошона тура килә һәм Боронғо Греция тарихында классик осор исемен ала.
Хәҙерге һәм боронғо гректарҙың атамаһы — эллиндар, был ил исеме — Элладанан (Hellas) күскән. «Гректар» этнонимы (бор. грек. Γραικοί, лат. Graeci) латин теленән килеп сыҡҡан һәм, күрәһең, башта Төньяҡ Греция ҡәбиләләренең береһенә ҡараған, был исем шулай уҡ Грея[en] (Γραία) ҡалаһының атамаһын сағылдырған Лингвистика һәм һинд филологияһы профессоры Георгиос, Хадзидакис фекеренсә, «гректар» тип Танагра ҡалаһынан Көньяҡ Италияға (Кумы ҡалаһына) күсеп килгән боронғо ҡәбилә аталған. Римляндар был ҡәбилә исемен «гректар» тип бөтә эллин халыҡтарына күсергән[1].