Бокс
спорттың бергә-бер алышы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Бокс (ингл. Boxing) — контактлы спорт төрө, спортсылар махсус бирсәткәләрҙә йоҙроҡ ҡулланып бергә-бер сығып һуғыша. 12 раундтан торған алышты рефери контролдә тота. Ҡаршы уйнаусы, һуҡҡандан һуң йығылып, ун секунд дауамында күтәрелә алмаған (нокаут) йәки алған йәрәхәттәренән алышты дауам итеү өсөн хәле булмаған осраҡтарҙа (техник нокаут) еңеүсе атала. Әгәр билдәләнелгән раундтар барышында алыш туҡтатылмаһа, еңеүсе судьялар баһаһы буйынса асыҡлана.
Бик иртә Шумер, Боронғо Мысыр һәм Миной рельефтарында уҡ ошондай ярыштарҙың булыуын раҫлаусы дәлилдәр бар. Хәҙерге боксҡа оҡшаған йоҙроҡ һуғыштары буйынса турнирҙар Боронғо Грецияла ла үткәрелгән. Йоҙроҡ һуғыштары беренсе тапҡыр беҙҙең эраға тиклем 688 йылда, антик Олимпия уйындары программаһына индерелгәндән һуң, бокс ысын мәғәнәһендә бергә-бер алып барылған спорт алышына әйләнә. Хәҙерге заман боксы Англияла XVIII быуат башында барлыҡҡа килә[1].
Ҡайһы бер илдәрҙә бокстың үҙ төрҙәре бар — Францияла француз боксы (сават, фехтование, инглиз боксы һәм таяҡтарҙа фехтованиеларҙың берлектәге симбиозы), Мьянмала лехтвей, Таиландта муай-тай — бокс буйынса киң таралған төрөнә ҡарата ҡайһы берҙә «инглиз боксы» тигән термин ҡулланыла.