Богемия һәм Моравия протектораты
From Wikipedia, the free encyclopedia
Богемия һәм Моравия протектораты (нем. Protektorat Böhmen und Mähren; чех Protektorát Čechy a Morava; чех теленән һүҙмә-һүҙ Чехия һәм Моравия протектораты) — нацистик Германияһы, 1939 йылдың 16 мартында, 1939 йылдың 15 мартында Германия Чехословакияны оккупациялағандан һуң, булдырыла. Бынан алда, 1938 йылдың сентябрендәге Мюнхен килешеүенә ҡул ҡуйылғандан һуң, нацистик Германия чех Судет территорияһын рейхсгау сифатында (1938 йылдың октябре) индергән булған.
Богемия һәм Моравия протектораты | |
нем. Protektorat Böhmen und Mähren чех Protektorát Čechy a Morava | |
Флаг | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 16 март 1939 |
---|---|
Рәсми тел | Немец теле һәм чех теле |
Гимн | гимн Чехии[d] |
Донъя ҡитғаһы | Европа |
Административ үҙәк | Прага |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Эльба, Одра, Морава[d] һәм Дие[d] |
Идара итеү формаһы | протекторат[d] |
Дәүләт башлығы вазифаһы | рейхспротектор[d] |
Ойошма ағзаһы | страны «оси» и их союзники[d] |
Халыҡ һаны | 7 380 000 кеше (1939) |
Валюта | Богемия һәм Моравия кронаһы[d] |
Сиктәш | Өсөнсө рейх һәм Словакия республикаһы (1939—1945) |
Ҡулланылған тел | Немец теле һәм чех теле |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 8 май 1945 |
Майҙаны | 49 363 км² |
Рәсми дине | Католик сиркәүе |
Богемия һәм Моравия протектораты Викимилектә |
Протекторат халҡының күпселеге этник чехтар була ә Судеттабашлыса этник немецтар йәшәй. 1939 йылдың 14 мартында Словакия республикаһы төҙөлгәндән һәм чех дәүләтенең ҡалдыҡтарын оккупациялағандан һуң, 1939 йылдың 16 мартында Адольф Гитлер Прага градында (ҡәлғәлә) протекторат булдырыуы тураһында иғлан итә.
Немец хөкүмәте үҙенең ҡыҫылышын Чехословакияның этник һыҙаттар буйынса тарҡалыуы менән аңлата, йәнәһе, немец хәрбиҙәре төбәктә тәртип урынлаштыра. Ул ваҡытта Чехословакия президенты Эмиль Гаха про-герман тышҡы сәйәсәтен үткәрә; әммә, 1939 йылдың 15 мартындағы немец фюреры менән осрашыуы ваҡытында Гаха Германияға талаптар ҡуя һәм Германия чех халҡының яҙмышын хәл итеүенә һәм этник чехтар идара иткән автономиялы протекторат биреүенә ышаныуын белдерә. Шул уҡ көндө Гаха протекторат президенты итеп тәғәйенләнә.
Протекторат автономиялы нацист территорияһы булып тора, уны немец хөкүмәте Бөйөк Германия Рейхының бер өлөш, тип һанай[1]. Протекторат, Германияның 1945 йылда капитуляцияһынан һуң,ғәмәлдән сығарыла.