Атеизм
From Wikipedia, the free encyclopedia
Атеи́зм (бор. грек. ἄθεος «Аллаһһыҙ» һүҙенән; шулай уҡ дәһрилек, динһеҙлек) — Аллаһ, илаһи заттар һәм рухтар, башҡа матди (материаль) булмаған заттар һәм көстәр, әхирәт донъяһы булғанлығын, йәндең үлемһеҙ булыуын һ.б. кире ҡаҡҡан донъяға ҡараш. Атеизм буйынса, тәбиғи донъя үҙ-үҙенә тулы нигеҙ булып тора һәм булмышы өсөн Аллаһ йә илаһи заттар яғынан терәккә мохтаж түгел. Донъялағы барлыҡ диндәр ҙә кеше тарафынан уйлап сығарылған, тип иҫбат ителә.
Атеизм бик боронғо заманда уҡ ижтимағи-сәйәси мөнәсәбәттәрҙең үҫеше, фән һәм материалистик философияның уңыштары нәтижәһендә барлыҡҡа килгән.
Үҙ-үҙен атеист тип һанаған кешеләр илаһи заттар барлығына шиксел ҡарай — уларҙың ысынбарлыҡта бар булыуы тәжрибә, һиҙем йә һынау аша иҫбатлана алмай, тип раҫлана. Атеизм яҡлы кешеләр үҙ ҡарашын шулай уҡ фәлсәфә, социология йә тарихҡа таянып яҡлай; уларҙың күбеһе донъяуи (дини булмаған) фәлсәфә йүнәлештәренә эйәрһә лә, барлыҡ атеисттарға хас булған дөйөм фекер-ҡараштар системаһын йәки тәртип ҡалыбын айырым билдәләп булмай.