Алфёров Жорес Иванович
совет һәм Рәсәй физигы, Нобель премияһы лауреаты / From Wikipedia, the free encyclopedia
Алфёров Жорес Иванович (бел. Жарэс Iванавiч Алфёраў; 15 март 1930 йыл — 1 март 2019 йыл) — СССР һәм Рәсәй физигы, физика буйынса 2000 йылғы Нобель премияһы лауреаты (ярымүткәргестәр гетероструктураларын һәм етеҙ опто- һәм микроэлектрон компоненттарҙы эшләгән өсөн). 1991 йылдан Рәсәй Фәндәр Академияһы вице-президенты. РФА-ның Санкт-Петербург фәнни үҙәге Президиумы рәйесе. 1965 йылдан КПСС ағзаһы.
Алфёров Жорес Иванович | ||||||||||||||||||||||
рус. Жоре́с Ива́нович Алфёров бел. Жарэ́с Іва́навіч Алфёраў | ||||||||||||||||||||||
| ||||||||||||||||||||||
Тыуған көнө |
15 март 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[1][2][3][…] | |||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Вафат көнө |
1 март 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[4][5][6] (88 йәш) | |||||||||||||||||||||
Ғилми даирәһе |
ярым үткәргестәр физикаһы | |||||||||||||||||||||
Эшләгән урыны |
Рәсәй Фәндәр академияһы, Санкт-Петербург академик университеты — РАН-дың нанотехнологиялар ғилми-белем үҙәге | |||||||||||||||||||||
Альма-матер |
Ленинград электротехник институты | |||||||||||||||||||||
Ғилми дәрәжәһе |
физика-математика фәндәре докторы (1970) | |||||||||||||||||||||
Ғилми исеме |
СССР Фәндәр академияһы академигы (1972), | |||||||||||||||||||||
Награда һәм премиялары |
| |||||||||||||||||||||
СССР Фәндәр Академияһы академигы (1979; мөхбир ағза (1972). Ленин премияһы (1972), СССР Дәүләт премияһы (1984), РФ Дәүләт премияһы (2001) лауреаты. «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының тулы кавалеры.
АҠШ Милли фәндәр академияһының (1990) һәм АҠШ Милли инженерлыҡ академияһының (1990) сит ил ағзаһы, Ҡытай Фәндәр академияһының, Беларусь Республикаһы (1995)[7], Молдавия (2000)[8], Әзербайжан (2004)[9] Фәндәр академияларының сит ил ағзаһы, Әрмәнстан Милли фәндәр академияһының почётлы ағзаһы (2011)[10].
РФ Дәүләт думаһы депутаты (1995 йылдан). 1989 йылда СССР Фәндәр академияһынан СССР халыҡ депутаты итеп һайлана, 1995 йылдың декабрендә Алфёров «Йортобоҙ — Рәсәй» хәрәкәтенән икенсе саҡырылыш Дәүләт думаһына һайлана; 1999, 2003, 2007, 2011, 2016 йылдарҙа, КПРФ партияһы ағзаһы булмаһа ла, КП Рәсәй Федерацияһының партия исемлектәренән РФ Дәүләт думаһы депутаты итеп һайлана.